Рәсми бүлек
5 Октябрь , 11:09

Юл - хаталарҙы ғәфү итмәй

02 хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл - хаталарҙы ғәфү итмәйЮл - хаталарҙы ғәфү итмәй
Юл - хаталарҙы ғәфү итмәй

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ишле районында йәшәгән 34 йәшлек ир Өфө – Инйәр -Белорет автомобиль юлының 195-се саҡрымында уңға боролғанда ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм Инйәрҙән Белорет ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән автомобиль менән бәрелешә.

Ю-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, ҡаршы килгән автомобилдең водителе һәм  пассажирҙары үлемесле йәрәхәттәр ала. Бәлиғ булмаған пассажир иҫән ҡала.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, авария водителдең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы арҡаһында килеп сыҡҡан. УЛ Рәсәй Федерацияһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең1.6, 9.1 һәм 10.1 пункттары талаптарын үтәмәгән.

34 йәшлек иргә ҡарата Рәсәй Енәйәт  кодексының 264-се статьяһының 5-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция ваҡиға шарттарын асыҡлауын дауам итә.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор: