Рәсми бүлек
6 Октября , 10:09

Шикле әйбер тапһағыҙ...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса баш идаралығы террорға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Шикле әйберҙәргә, ваҡ-төйәктәргә иғтибар итегеҙ. Әгәр һеҙ бындай предмет тапһағыҙ, нимә эшләргә?


► Табылған әйбер тирәһендәге урынды ҡарағыҙ. Яҡындағы кешеләрҙән һорау алығыҙ һәм әйберҙең хужаһын йәки кемдең ҡалдырғанын асыҡларға тырышығыҙ. Әгәр хужа табылмаһа,шунда уҡ табыш тураһында 102 телефоны буйынса полицияға йәки 112 һаны буйынса Берҙәмдежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.


► Бер ниндәй осраҡта ла үҙ аллы эш итмәгеҙ: предметҡа ҡағылмағыҙ һәм күсермәгеҙ, асып ҡарарға тырышмағыҙ.


Шуныһы мөһим: ҡалдырылған сумкала, пакетта, төргәктә, аҡсала, балалар уйынсығында йәки хужаһыҙ башҡа әйберҙәрҙә шартлатҡыс булыуы ихтимал.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор: