

Район буйынса эске эштәр бүлегенә бер ҡатын мөрәжәғәт итеп, мессенджерҙа “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына аккаунтына рөхсәтһеҙ инеүҙәре тураһында СМС хәбәр килгәнен һөйләй. Хәбәрҙә, әгәр ул иҫәп яҙмаһына инмәһә, күрһәтелгән номер буйынса шылтыратырға тәҡдим ителә.
Шылтыратыуға яуап биргән ир үҙен “Росфинмониторинг”тың әйҙәүсе белгесе тип таныштыра. Ул ҡатындың аккаунты “емерелгән” һәм уның исеменә төрлө банктарҙа иҫәп асылған, тип белдерә. Уларҙы ябыу өсөн ҡатынға ғариза яҙырға тәҡдим итәләр.
Бер аҙҙан мобиль ҡушымта аша шылтыратып, өсөнсө кешеләргә шәхси мәғлүмәттәр һәм биометрия тапшырып, законды боҙғанлығын хәбәр итәләр. Ғәйепһеҙлеген тикшереү һылтауы менән мутлашыусылар ҡатындан ғаризалар яҙҙыра һәм уларҙы фотоға төшөрөп ебәрергә күндерә. Һуңынан уға кредиттарҙы рәсмиләштерергә һәм аҡсаны күрһәтелгән иҫәптәргә күсерергә тәҡдим итәләр, тикшереүҙәрҙән һуң аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙәләйҙәр.
Һөҙөмтәлә, ҡатын дөйөм суммаһы 727 мең һумлыҡ бер нисә кредит рәсмиләштергән. Һуңғы займды - 105 мең һумды әсәһе исеменә ала һәм барлыҡ аҡсаны мутлашыусыларға күсерә.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм әләге ваҡытта тикшереүҙәр бара.
Полиция иҫкәртә - дәүләт органдары һәм банктар хеҙмәткәрҙәре кредиттарҙы рәсмиләштереүҙе һәм аҡсаны сит иҫәптәргә күсереүҙе һорамай. Шикле хәбәрҙәрҙә күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратмағыҙ, СИС кодтарын, банк карталары мәғлүмәттәрен һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә хәбәр итмәгеҙ. Мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн ойошма менән рәсми номер буйынса бәйләнешкә инегеҙ.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.