

Район буйынса эске эштәр бүлегенә ир кеше мөрәжәғәт итеп, кредит тарихында үҙе рәсмиләштермәгән 14 500 һумлыҡ микрозайм тапҡанын хәбәр итә.
Ғариза биреүсе бығаса Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына инеүҙәрен күргән. Ир фаразлауынса, билдәһеҙ кешеләр уның исеменә займ алыу өсөн аккаунтын файҙаланған.
Шулай уҡ иргә билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килә. Әңгәмәсе үҙен полиция хеҙмәткәре тип таныштыра һәм бурысы барлығын хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта шылтыратыусы СМС аша килгән кодтарҙы атауын йәки шәхси мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеүҙе һорамай. Ғариза биреүсе шикле файлдарҙы күсереп алмауын һәм билдәһеҙ һылтанмалар буйынса үтмәүен аңлата.
Был факт буйынса Рәсәй Енйәт кодексының 272-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Полиция микрозаймды рәсмиләштереүҙә кемдең ҡатнашы барлығын тикшерә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.