

Беренсе паспортты алыу мөһим ваҡиға: төп документ менән бергә гражданин яңы хоҡуҡтар һәм бурыстар ала.
Йәш граждандарға паспорттарҙы ҡала хакимиәте башлығын вазиваһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Кононенко тапшырҙы. Был мөһим ваҡиға менән балаларҙы район буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы, полиция майоры ҡотланы. Ул үҫмерҙәргә яуаплы булырға, законды үтәргә һәм документтарына һаҡсыл ҡарауҙарын теләне.
Тантаналы өлөштән һуң өлкән тәүтикшереүсе, полиция майоры киң таралған мутлашыу схемалары тураһында иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе. Ул ни өсөн көндәлек тормошта ла, Интернетта ла уяулыҡты һаҡлау мөһим икәнен аңлатты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға дропперлыҡҡа сит кешеләрҙең үтенесе буйынса законһыҙ финанс операцияларында ҡатнашыуға айырыуса иғтибар бүленде. Үҫмерҙәргә башҡаларҙың аҡсаһын күсерергә йәки ҡулаҡсаға әйләндерергә, кемгәлер банк картаһын һәм уның реквизиттарын тапшырырға, шулай уҡ хәбәрҙәрҙән кодтар бирергә ярамауы хаҡында иҫкәртелде. Хатта еңел табыш алыу тәҡдиме лә кешене законһыҙ эшмәкәрлеккә п илтеүе ихтимал.
Балаларға шулай уҡ Интернетта хәүефһеҙ аралашыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләнеләр. Сит кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе еткерергә, шикле һылтанмалар буйынса үтергә һәм шикле тәҡдимдәргә ышанырға ярамай. Әгәр һорауҙар йәки шикле хәл килеп тыуһа, ярҙам һорап ата-әсәләргә йәки ышанырға мөмкин булған башҡа өлкәндәргә мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ.
Осрашыу мөһим ваҡиға менән ҡотлауҙарҙы һәм хәүефһеҙлек тураһында файҙалы һөйләшеүҙе берләштерҙе. Тәүге паспорттарын алғас, үҫмерҙәр оло тормошҡа тағы бер аҙым яһаны һәм хәҙер документтарын, шәхси мәғлүмәттәрен, финантарын нисек һаҡларға кәрәклеген белә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.