Рәсми бүлек
13 Октября , 07:21

Концертҡа билет алам тип...

02 хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Концертҡа билет алам тип...Концертҡа билет алам тип...
Концертҡа билет алам тип...

Район буйынса эске эштәр бүлегенә мутлашыусылар ҡорбаны булған граждан мөрәжәғәт итте. Йәш кешегә мессенджерҙа танышҡан ҡыҙ Өфөлә бергәләп концертҡа барырға тәҡдим итә һәм үҙенә билет һатып алғанын әйтә. Егет уның эргәһендәге урынды һайлай алһын өсөн, ҡыҙ уға сайтҡа һылтанма ебәрә.

Һылтанма буйынса күсеп, егет афишала урын һайлай һәм түләү өсөн банк картаһы мәғлүмәттәрен индерә. Уның иҫәбенән 4 000 һум аҡса алына, әммә сайтта билет түләнмәгән тигән хәбәр барлыҡҡа килә. Техник ярҙам чатта уға һылтанма буйынса күсеп, аҡсаны кире ҡайтыуҙы рәсмиләштерергә тәҡдим итәләр. Бынан һуң картанан тағы ла 4 000 һум аҡса алына.

Һуңынан егеткә  аҡсаны кире ҡайтарғанда хата килеп сығыуы тураһында хәбәр итәләр һәм процедураны ҡабатларға тәҡдим итәләр. Банк мәғлүмәттәрен индергәндән һуң уның иҫәбенән тағы ла 8 000 һум аҡса алына. Сайтта кире ҡайтарыу раҫланған тип хәбәр ителә, әммә аҡса иҫәпкә һалынмай.

Артабан дәғүә белдереү өсөн һылтанма ебәрелә. Ярҙам чатында уға 16 000 һум түләргә тәҡдим итәләр, ике өҫтәмә билет бирергә вәғәҙәләйҙәр. Егет был тәҡдимдән баш тарта һәм элек иҫәптән сығарылған аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорай. Сираттағы һылтанма буйынса күсеп, карта мәғлүмәттәрен индергәндән һуң, ул тағы 16 000 һумдан мәхрүм була.

Алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлап, егет полицияға мөрәжәғәт итә. Килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 32 000 һум тәшкил итә.

Был факт буйынса Рәсәй  Енәйәт Кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: