

Район буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре миграция ҡануниәте талаптарын боҙоуҙы асыҡланы.
Торлаҡ хужаһы - Рәсәй гражданы уны сит ил гражданына йәшәү өсөн биргән, әммә уның килеүе тураһында миграция мәсьәләләре буйынса бүлеккә хәбәр итмәгән. Ҡабул итеүсе яҡ бындай белдереүҙе закон менән билдәләнгән ваҡытта, ҡағиҙә булараҡ, сит ил гражданы килгән көндән алып 7 эш көнө эсендә бирергә тейеш.
Милексегә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. Уға Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 18.9 статьяһының 2-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡ - штраф һалынған.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.