

Район буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡала кешеһен ҡулға алды. Тикшереү ваҡытында уның менән синтетик наркотик матдәләр булған өс пакет табыла.
Ике пакетта a-PVP (альфа-ПВП), өсөнсөһөндә N - метилэфедрон була. Тартып алынған матдәләрҙең дөйөм ауырлығы яҡынса 5 грамм тәшкил итә.
Ирҙе полиция бүлегенә алып киләләр, унда ул таныу күрһәтмәләре бирә. Уға ҡарата Рәсәй Енәйәт Кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 228.1-се статьяһының 4-се өлөшөнөң «г» пункты буйынса (ҙур күләмдәге наркотикты законһыҙ һатырға маташыу) енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.