

Район буйынса эске эштәр бүлегенә магазин директоры алкоголь продукцияһын урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һатып алырға аҡсалары булмағанлыҡтан, бер ҡатын танышы менән спиртлы эсемлектәр урларға ҡарар иткән. Улар магазинға килеп, алкоголь продукцияһы кәштәһенән бер шешә араҡы һәм виноны йоҡа куртҡа аҫтына йәшерәләр. Һуңынан әшнәләр кеҫәгә һәм ирҙәр курткаһына йәшереп йәнә өс шешә араҡы урлайҙар.
Шик тыуҙырмаҫ өсөн, ҡатын кефир һатып ала һәм уны кассала түләй, ә ир магазиндан һиҙҙермәй генә сығып китә. Унан һуң улар өйгә ҡайтып, урланған спиртлы эсемлектәрҙе эсәләр.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт Кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшөнөң “а” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныған һәм ҡылған ғәмәленә үкенә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.