

Район буйынса эске эштәр бүлегенә аҡса урлау тураһында ғариза менән ир кеше мөрәжәғәт иткән.
Ир кейем магазинында үҙе өсөн әйберҙәр һайлай. Уның үҙе менән шәхси әйберҙәре, кеҫә телефоны, паспорт, водитель таныҡлығы, автомобиль асҡыстары һәм 10 600 һум аҡса булған яурын сумкаһы була.
Кейем кейеп ҡарау урынына ингәндә ир сумкаһын элгестә ҡалдыра. Сумкаһы иҫенә төшөрөп, кире сыға, әммә уның урында булмай. Ир менән бергә уның дуҫы ла була. Улар сумка хужаһының телефонына шылтыратҡас, тауышыяҡындағы сауҙа рәтендә ишетелә. Сумканы тапҡас, ир эсен ҡарай һәм бөтә әйберҙәр ҙә урында тип уйлай. Әммә, кассалакейем өсөн түләргә йыйынғанда, аҡсаның юғалғанын белә.
Тикшереү барышында магазинда тағы бер ирҙең булыуы асыҡлана. Уның әйтеүенсә, ҡатыны улына әйберҙәр һатып алырға ебәргән. Ул иҫерек килеш сумканан аҡсаны урлаған, әммә уны тотонорға өлгөрмәгән.
Ир үҙенең ғәйебен таный һәм ҡылған ғәмәленә үкенә.
Был факт буйынса Рәсәй Енйәт Кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшөнөң «в» пункты буйынса граждандарға ҙур зыян килтереп урлау тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.