

Сараның тантаналы өлөшөндә Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Светлана Антипина республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһын уҡып ишеттерҙе.
- Бөгөн ҡаланың 17-се гимназияһында булдым, 20-се мәктәп етәкселеге менән аралаштым. Ғорурланырға урын бар - районда иҫ киткес уҡытыусылар эшләй, балаларығыҙ ышаныслы ҡулдарҙа. Һеҙҙә көслө, алдынғы белем биреү системаһына нигеҙ һалынған, йәнә көслө, үҙенең йолалалары булған кадет мәктәбе бар. Ә балаларыбыҙҙың белеме - уларҙың, беҙҙең, кесе Ватаныбыҙҙың һәм ҙур Рәсәйҙең киләсәге. Быйыл республикала, шул иҫәптән һеҙҙең районда Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса яҡшы һөҙөмтәләр бар. Балалар менән тәрбиәүи эш алып барыуығыҙ, патриотик йүнәлештә эшләүегеҙ айырым ихтирамға лайыҡ. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм үҙегеҙ эшләгән өлкәнең үҫешенә өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Иҙел башы төбәген һәм тыуған республикабыҙҙы төҙөкләндерергә, яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләүегеҙ ихтирам уята, - тине мәртәбәле ҡунаҡ.
Унан һуң республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Елена Миронованы, Егәҙе ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Илгиз Сәғәҙәтовты Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн шәхси эшҡыуарҙар Данис Йыһаншинды, Лев Кузнецовты, “Харчевня” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Елена Карукты, Башҡортостан Республикаһының ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн шәхси эшҡыуар Гөлнур Йомабаеваны, “Юлиә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Юлия Сухоручкинаны Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының “Мәғариф отличнигы” билдәһе менән 17-се гимназияның уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Суровцева, 14-се гимназия уҡытыусыһы Алевтина Василова, 21-се мәктәп уҡытыусыһы Ольга Егорова, мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нелля Польщикова, 18-се мәктәп директоры Надежда Балова, 16-сы мәктәп директоры Людмила Елисеева нарыҡланды.
Район Советы рәйесе Дилә Хәмзина район Советы һәм депутаттар исеменән барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
- Башҡортостан - ул беҙҙең уртаҡ йортобоҙ, унда 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре күп йылдар татыу һәм берҙәм булып йәшәй. Беҙ - ҙур һәм дуҫ ғаилә.
Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының төп терәк төбәге. Беҙ уның ҡеүәтле сәнәғәте, үҫешкән ауыл хужалығы, уңайлы инвестиция мөхите һәм юғары фәнни потенциалы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Төбәктең иҡтисади нигеҙен нефть-газ химияһы комплексы тәшкил итә: тап ул республика бюджетының 40 процентын формалаштыра. Әммә беҙҙең ерҙең төп байлығы - һеҙ, эшһөйәр, талантлы һәм бәләкәй Ватанына тоғро кешеләр. Беҙҙең район бөтә республика менән ышаныслы рәүештә алға бара. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтан алып, социаль өлкәгә тиклемге предприятиелар беҙҙең төбәктең генә түгел, бөтә Рәсәйҙең сәскә атыуына булышлыҡ итә.
Һеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, ватансылығығыҙ һәм тыуған ерегеҙгә һөйөүегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Ватаныбыҙ матурлана һәм көсәйә бара. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүселәргә айырым рәхмәт. Һеҙҙең ярҙамығыҙ ысынлап та баһалап бөткөһөҙ, ул беҙҙең рухыбыҙҙы нығыта һәм дөйөм еңеүҙе яҡынайта. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем, - тине Дилә Рәшит ҡыҙы һәм ғүмерен граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бағышлаған яҡташыбыҙ, күп йылдар республиканың адвокаттар берләшмәһен етәкләгән, махсус хәрби операция барышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы һәм Генерал Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнгән Булат Йомадиловҡа, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Рәйес Исмәғилевкә Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы исемен тапшырҙы. Шулай уҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙамы, хәйриә концерттары ойошторғаны өсөн “Изге эштәр дәүере” Бөтә Рәсәй хәйриә ойошмаһы президенты Олег Кардопольцевты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мемориаль таҡтаташ ҡуйыуға бағыусылыҡ күрһәткән Дмитрий Патрикеевты, хеҙмәтендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн район буйынса эске эштәр бүлегенең йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса өлкән инспекторы Рәлиф Зыянбирҙинды, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ашығыс ярҙам бүлеге фельдшеры Александр Губинды, урындағы үҙидара органдарында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Тирлән ауыл хакимиәте ветераны Ольга Сазонованы, Асы ауылын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн ауыл советы депутаты Фәтих Фәйрүзовты район Советының Почет грамоталары менән бүләкләне.
Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Әнисә Янышеваға, Сәүиә Ракинаға, Ольга Хаустоваға, Ольга Смирноваға Башҡортостандың граждандарҙы һәм хәрбиҙәрҙе яҡлау комитетының “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе” иҫтәлекле миҙалдарын; биш һәм унан да күп бала тәрбиәләгән Рәсилә Хабаеваға, Айгөл Сапожниковаға, Эльвира Фазыловаға, Малхазни Майрбековаға, Илүзә Илһамоваға “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырҙы; Ломовка балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Татьяна Рыжованы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне; район хакимиәте ҡарары менән мәҙәниәт өлкәһендәге өҫтәмә белем биреү учреждениеларының айырыуса һәләтле уҡыусыларын һәм уҡыу алдынғыларын район хакимиәте башлығының стипендиялары менән нарыҡланы.
Байрам концертында ҡала Мәҙәниәт һарайының иң яҡшы коллективтары, үҙешмәкәр артистары, уҡыусылар сығыш яһаны.
Наил ШАКИРОВ фотолары.