Район буйынса эске эштәр бүлегенә ағаһының үлем менән янауы тураһында ҡатын кеше мөрәжәғәт итте.
Ҡатын полицияға төнгө сәғәт өстә ул көслө музыка тауышынан уяныуын һәм эсеп алған ағаһын дуҫ ҡыҙы менән өйҙә күреүен һөйләй. Ул ағаһына музыканың тауышын кәметеп йоҡларға ятыуын, ә ҡыҙға сығып китеүен үтенә.
Иргә был һүҙҙәр оҡшамай, ул аш-һыу бүлмәһенән бысаҡ ала һәм һеңлеһенә үлем менән янай, мыҫҡыллы һүҙҙәр ҡысҡыра. Ҡатын уға тынысланыуын һәм бысаҡты урынына һалып ҡуйыуын һорай. Полиция саҡырасағын әйткәс, ир бүлмәһенә инеп китә.
Ҡатын шунда уҡ полицияға шылтырата. Уның ҡыҙы ваҡиғаның шаһиты була һәм булған хәлде телефонға төшөрә. Видеояҙма полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт Кодексының 119-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.