Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2018, 20:13

Йѳрѳһәң, эш бара

Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәс тә, республикалағы барлыҡ ѳлкәләрҙең дә эшмәкәрлеген етди контролгә алды. Ул бѳтә етәкселәрҙе лә халыҡ менән бергә булырға, күтәрелгән проблемаларҙы ваҡытында хәл итергә саҡырҙы.

Халыҡ ҡайҙа, беҙ шунда булырға, улар социаль селтәрҙе үҙ итә икән, беҙ ҙә шунда инергә тейешбеҙ. Социаль селтәрҙәр халыҡҡа яҡыныраҡ булып, уларҙың ихтыяжын тѳптәнерәк аңларға һәм һѳҙѳмтәлерәк эшләргә ярҙам итәсәк, тине ул һәм халыҡты борсоған һорауҙарҙы бер тотҡарлыҡһыҙ ваҡытында хәл итеүҙе талап итте. Уның күрһәтмәһе буйынса, элек 30 кѳн эсендә ҡаралырға тейеш булған мәсьәләләр, хәҙер 24 сәғәт ваҡыт арауығында тикшерелеп, мөрәжәғәт итеүсегә конкрет яуап бирелергә, ә 8 кѳн эсендә проблема ыңғай хәл ителеп, башҡарылған эш тураһында фотоотчет ебәрелергә тейеш. Бындай күрһәтмә тормошобоҙҙо тѳптән үҙгәртер, ябай халыҡ менән чиновниктар араһында файҙалы бәйләнеш булдырыр һәм иң мѳһиме - күптәрҙең йылдар буйы хәл итә алмаған проблемаларын ҡарарға ярҙам итер, тигән ышаныс бирә.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улының эшмәкәрлеге, эш алымдары тураһында фекерен белеү өсөн әүҙем йәмәғәтсе, милләт киләсәге өсөн янып йөрөгән, хаҡлы ялдағы металлург Риф Шакиров менән әңгәмәләштек.
- Радий Хәбировтың дилбегәне ныҡлап ҡулға алыуы, бер генә ѳлкәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай эшкә ныҡлап тотоноуы ҡыуандыра. Уға ошо йүнәлешенән тайпылмай, артабан да уңышлы ғына эшләргә яҙһын. Халыҡтың үтенес, һорауҙарын аныҡ ваҡыт эсендә тикшереп, уларға конкрет яуап бирергә ҡушыуы ла күңелдә ышаныс уята, сөнки уртаҡ проблемалар буйынса етәкселәргә йыш мөрәжәғәт итәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәрен хәл итеү өсөн кәрәкле тупһаларҙы күп тапарға тура килә. Мәҫәлән, беҙҙең бер нисә кешенән торған инициатив тѳркѳм инде бына ике йыл Белорет ҡалаһының Уҡшуҡ биҫтәһендәге мосолман зыяратын кәртәләү, унда автобус маршруты астырыу ѳсѳн тырыша. Башта, йәғни 2017 йылдың ноябрь уртаһында, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Рәхмәтуллинаның ҡабул итеүенә барып, проблеманы аңлаттыҡ. Күтәрелгән мәсьәлә буйынса оҙаҡ ҡына яуап булмағас, 2018 йылдың 11 ғинуарында муниципаль район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иттек. Ул тейешле етәкселәр менән һөйләшеп, мәсьәләне хәл итәсәген белдерҙе. Күпмелер ваҡыттан һуң зыярат кәртәләнгән, проблема хәл ителгән тигән яуап алдыҡ, әммә ул дѳрѳҫлѳккә тап килеп етмәй ине. Яңынан зыяратҡа барып тикшереп ҡарағас, эштең арлы-бирле, исем өсөн генә эшләнеүе, хакимиәт башлығына дөрөҫ мәғлүмәт бирмәүҙәре асыҡланды. Эш һөҙөмтәһен фотоға тѳшѳрѳп, тағы ла етәкселәр тупһаһын тапай башланыҡ. 18 мартта Зѳһрә Рәхмәтуллина тағы ла халыҡты ҡабул итте. Беҙ яуап ҡәнәғәтләндермәй тип, уның исеменә икенсе хат тотоп барҙыҡ. Депутат хәлде үҙ контроленә алды. Апрель аҙаҡтарында 18 майға тиклем конкрет яуап вәғәҙәләгән хат килде. Хәҙер декабрь етте, ә яуап һаман да юҡ әле. Башлаған эште аҙағына еткереү ѳсѳн ярты юлда туҡтап ҡалманыҡ, 13 ноябрь Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Анатольевич Лавреновтың ҡабул итеүенә барҙыҡ, ул да бер аҙна ваҡыт эсендә конкрет яуап бирермен тип ышандырҙы, кѳтәбеҙ әле... Муниципаль район хакимиәтенең 2017 йылдың 5 декабрендәге ҡарарынан һуң 60 кѳн үткәс, башҡорт гимназияһы янынан автобус йѳрѳй башлаясаҡ тип тә ышандырғайнылар. Тик пассажирҙарҙы ташыусылар ҡаланан зыяратҡа тиклем араның йыраҡ булыуынан, йѳрѳүселәр әҙ булыр тип шикләнеүҙән теләк белдерергә ашыҡмай. Халыҡтың һорауы буйынса автобус йәйге осорҙа һәм ял кѳндәрендә ике рейс яһарға тейеш ине.
Күптән түгел генә үҙенең 100 йыллығын билдәләгән Шығай ауылы мәктәбен интернат бинаһына күсереү, эскә бәҙрәф ҡуйып, һыу үткәреү буйынса ла йѳрѳргә тура килде. Мәктәп бѳтѳнләй иҫкергәйне, капиталь ремонт яһарлыҡ түгел, ә балалар ҡышҡы һыуыҡта бәҙрәфкә тышҡа йѳрѳй ине. Бының буйынса мәғариф идаралығы начальнигына ла, муниципаль район Советы рәйесенә лә мѳрәжәғәт иттек. Тәүге яуап, был сығымдар бюджетта ҡаралмаған, әлегә аҡса юҡ булды. Шулай ҙа ниәт иткән мораҙына еткән тигәндәй, быйыл Шығай балалары иҫке мәктәп эргәһендәге интернат бинаһына уҡырға күсте, бәҙрәфте лә эскә, йылыға эшләнеләр.
Беҙ хаҡлы ялда булғас, дөйөм проблемалар буйынса йѳрѳргә лә ваҡыт бүлә алабыҙ. Ә бит етәксегә мѳрәжәғәт итеп тә, ҡәнәғәтләнерлек яуап алмаған осраҡта, башҡа ишектәрҙе лә шаҡырға тура килә. Түҙемлеге етмәй, башланған эште ярты юлда ташлап ҡуйыусылар ҙа була. Хакимиәт башлығы бар эште лә үҙе барып эшләп, йәки эшләгәндәрен күҙәтеп тора алмай. Уның күрһәтмәһенең үтәлеше өсөн ошо йүнәлештәге етәкселәр яуап тота. Шуға күрә Радий Фәрит улының башҡарылған эш буйынса фотоотчет бирергә ҡушыуы хакимиәт башлығына ла хәлде дөрөҫ контролдә тоторға, проблеманы тиҙ арала ыңғай хәл итергә ярҙам итер, тип уйлайым.
Читайте нас: