Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Февраль 2019, 14:09

Һанлы телевидениеға күсергә әҙерһеңме?

Һәр яңылыҡ халыҡта иң башта аңлашылмаусанлыҡ һәм борсолоу тыуҙыра. 3 июндән һанлы телевидениеға күсеү мәсьәләһе буйынса ла һорауҙар күп булды. Уның ҡарауы, гәзиттә һәм гәзиттең сайтында халыҡҡа һанлы телевидение тураһында һәм уға күсеү тәртибен аңлатып, кәрәкле мәғлүмәттәр биреп торабыҙ. Районда һәм ҡалала йәшәүселәр ошо йәһәттән мәғлүмәтле эш итһен, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәһен өсөн муниципаль район хакимиәтендә лә күп кенә саралар ойошторолдо. Урындағы хакимиәт башлыҡтарына, етәкселәргә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға ҡушылды.

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә һанлы телевидениеға күсеүгә арналған тағы бер кәңәшмә булып үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, район хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары Иван Пинящук алып барҙы. Кәңәшмәлә шулай уҡ Әбйәлил, Бөрйән районы вәкилдәре, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Борис Николаевич сығышында: “Әлегә беҙҙең иң мөһим бурыс - 4 июндә кешеләрҙең яратҡан телетапшырыуҙарһыҙ тороп ҡалмауы”, - тине һәм ошо мәсьәләне билдәләнгән ваҡытҡа тиклем берҙәм хәл итергә кәрәклеген аңлатты.

Һанлы телевидениеның өҫтөнлөктәре, үҙенсәлектәре нимәлә һуң? Уға күсеү өсөн ябай телевизор ҡараусы нимә эшләргә тейеш? Мәҫәлән, райондың тау, урман араһында урынлашҡан ауылдарында йәшәгәндәр өсөн бының ниндәй файҙаһы бар?

Белгестәр аңлатыуынса, һанлы сигнал һәр ваҡыт телевизорҙың сифатлы күрһәтеүен тәьмин итәсәк, кешеләр күп канал ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ иҡтисади йәһәттән дә отошло, сығымдар күпкә аҙыраҡ китәсәк. Элекке телевизорҙарға спутник антеннаһы һәм һанлы приставка һатып алып, белгестәр ярҙамында тоташтырырға ғына кәрәк. Бының өсөн үҙегеҙҙең хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Улар һанлы телевидениеға күсергә теләүселәрҙең исемлеген төҙөп, тейешле урынға заявка бирә. Билдәләнгән көндә эшсе бригада килеп, ҡоролмаларҙы ҡуйып һәм тоташтырып китә ала. Антенна һәм приставка хаҡы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, түбән килемле эшләмәгән пенсионерҙарға, йәғни пенсиялары 8645 һумдан артмаған кешеләргә өлөшләтә кире ҡайтарыла. Ҡоролмаларҙы һатып алған документтарығыҙҙың булыуы мотлаҡ. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, тейешле документты тултырырға кәрәк. Документтың формаһы һәр хакимиәткә ебәрелгән. Сығымдарҙы ҡайтарыу өсөн төп шарт - йәшәгән урында теркәлгән булыуың һәм Пенсия фондынан справка. Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәй, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарай һәм өс радиостанция тапшырыуын тыңлай аласаҡ.

Читайте нас: