Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Апрель 2019, 16:26

Ҡарарҙарҙың үтәлеүе шарт

Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы тулыландырылған составында тәүге ултырышын уҙғарҙы.

Унда ҡоролтай ағзаларын борсоған мәсьәләләр буйынса һөйләшеү алып барылды. Ҡоролтайға яңы һайланған ағзаларҙың фекерҙәре, тәҡдимдәре тыңланды. Район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова һайланды. Аҡһаҡалдар ҡороноң координаторы итеп Булат Абдулхаҡ улы Яныбаев тәҡдим ителде. Шулай уҡ ҡоролтай ҡарамағында эшләйәсәк комиссиялар булдырылды. Мәғариф комиссияһы етәксеһе итеп 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙы Собханғолова һайланды. Мәҙәниәт буйынса Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы директоры Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Шәрәфетдинова, матбуғат буйынса “Урал” гәзитенең баш мөхәррире, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, дин һәм тәрбиә комиссияһына етәкселәр итеп имам-мѳхтәсиб Мәүлит Имам улы Мөхәмәтйәнов һәм Риф Фәйзи улы Шакиров, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса Нур Фәррәх улы Камалетдинов, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссияның етәксеһе итеп Әхмәр ауылы старостаһы, эшҡыуар Нажия Динислам ҡыҙы Вәлиева, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Интернеттағы төркөмөн Мәүлит Зиннәт улы Кәримов алып барасаҡ.
Ултырышта ҡоролтай ағзалары милли баҫмаларға яҙылыу буйынса эш алып барырға, иң тәүҙә башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға үҙҙәре яҙылып, киләһе ултырышҡа абонементтарын килтереп күрһәтергә тигән ҡарарға килделәр. Шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт буйынса ла ошо эште алып барырға, һәр башҡорт ғаиләһе үҙ телендә сыҡҡан “Урал” гәзитенә, башҡорт баҫмаларына яҙылырға тейеш, тинеләр район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары бер тауыштан.
Риф Шакиров Уҡшуҡта урынлашҡан мосолман зыяратында өмә үткәрергә тигән тәҡдим индерҙе. Зыяратты тәртиптә тотоу, кәртәләп алыу мәсьәләһе буйынса ла борсолоп һөйләне. Ҡоролтай ағзалары иғлан ителгән өмәләрҙә актив ҡатнашырға, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, үҫентеләр, май айында Октябрьский биҫтәһендә урынлашҡан “Аҡ мәсет” территорияһына сәскәләр ултыртырға ла һөйләште. Ауылдарҙа үткәрелгән йыйындарға, сходтарға барып, халыҡ менән аралашырға килештеләр. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы контролдә тотоу, атаәсәләр араһында балалары башҡортса уҡыһын өсөн аңлатыу эше алып барыу, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, эш башлап ебәреү өсөн уларға кәңәш, мәғлүмәт биреү йәһәтенән ярҙам итеү буйынса һөйләштеләр. Эскелеккә ҡаршы берҙәм көрәшергә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре үткәрергә, рейдтарҙа ҡатнашырға тигән фекергә килделәр. Һәр ҡоролтай ултырышында эшләнгән эштәр буйынса отчет бирергә тигән теләк тә берҙәм ҡабул ителде.
Ҡоролтай ултырыштарын Дауыт Юлтый исемендәге модель башҡорт китапханаһында айына бер тапҡыр үткәрергә тигән ҡарарға килделәр.
Читайте нас: