Илебеҙҙә һуңғы сирек быуатта әллә күпме ҡот осҡос террористик акттар булды, әммә иң ҡурҡынысы - Бесландағы трагик ваҡиға. Бынан 15 йыл элек, 2004 йылдың 1 сентябрендә, яңы уҡыу йылын башлап ҡына торған шат балалар, педагогтар, ата-әсәләр террорсылар ҡорбаны булды. Төньяҡ Осетияның Беслан мәктәбенә аяуһыҙ рәүештә һөжүм итеү һөҙөмтәһендә, 1128 кеше ҡамауҙа ҡалды. Тотош донъяны тетрәткән фажиғәлә 314 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булды.
Ошо ваҡиғаға бәйле хәтер көнөндә район-ҡала мәктәптәрендә, мәҙәни усаҡтарҙа асыҡ дәрестәр, төрлө саралар, акциялар үткәрелде. Балаларға илебеҙ именлегенә янаған террорсыларҙың вәхшиҙәрсә ҡылығы, уларҙың һөжүменә ҡаршы Рәсәйҙә алып барылған эшмәкәрлек, һаҡланыу, иҫкәртеү саралары тураһында һөйләнелде. Күп кенә төбәктәрҙә терроризм ҡорбандары хөрмәтенә һауаға аҡ күгәрсендәр осоролдо, шәмдәр тоҡандырылды.
Йәштәр үҙәгенең "Бергә" төбәк ирекмәндәр хәрәкәте лә акцияға ҡушылып, ҡала урамдарында махсус буклеттар таратты.
Медицина колледжы студенты, дүрт йыл ирекмәндәр хәрәкәтендә торған Истикбол Иминжанова ла бындай тәрбиәүи, иҫкәртеү сараларының мөһимлеген әйтеп үтте.
- Бөгөнгө акция, тәү сиратта, Беслан ваҡиғаһына арналып үткәрелде. Бындай ҡот осҡос, балаларҙың ғүмерен ҡыйған ваҡиғаларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә лә уяу булырға кәрәк. Ошо маҡсаттан ойошторола ла инде бындай акциялар. Бөгөнгө таратҡан буклеттарҙа һаҡланыу, иҫкәртеү саралары яҙылған. Әллә ни ҙур булмаған буклеттар үҙ өлөшөн индерә, әлбиттә. Кешеләр үҙҙәренә ҙур фәһем дә ала, - тине йәш ирекмән.