Ил башлығы сығышында 2024 йылға тиклем демографияны күтәреү маҡсатын ҡуйҙы. Был проблеманың төп сәбәбе булып ярлылыҡ тороуын һәм әсәлек капиталын беренсе балаға түләй башлау, уның күләмен арттырыу, балалар пособиеһын 7 йәшкә тиклем түләүҙе оҙайтыу кәрәклеген белдерҙе. Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларын мәктәптәрҙә бушлай йылы аш менән тәьмин итергә, юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырырға ҡушты. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, экология, тышҡы сәйәсәт темаларына ҡағылды, Рәсәйҙең донъя аренаһында биләгән урыны тураһында әйтеп үтте.
Владимир Владимировчтың Мөрәжәғәтнәмәһенән һуң әүҙем йәмәғәтсе Ярослав Александрович Белов майҙансыҡҡа йыйылыусыларға рәхмәтен белдерҙе, ил башлығы ҡуйған бурыстарҙың, маҡсаттарҙың барыһы ла тормошҡа ашыр тип өмөтләнәйек, тине.