Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Сентябрь 2020, 14:50

Һайлауҙан ситтә ҡалмайыҡ!

Ҡаланың 3-сө һанлы “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан 1304-сө һайлау участкаһында бер мандатлы 34-се һайлау округына ҡараған граждандар муниципаль район Советына бишенсе саҡырылыш депутаттарын һайлай.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә иртәнге сәғәттәрҙә халыҡ ағымы әллә ни ҡыуандырмай. Быны шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең ҡояшлы, аяҙ көндә баҡса эштәре менән булыуы менән бәйләргә була.
- Тауыш биреүселәрҙең 20%-ты алдағы ике көндә һайланы. Ғәҙәттә, кискә табан, эш сәғәттәре тамамланғандан һуң киләләр. Балаларын баҡсанан алырға килгән ата-әсәләр ҙә һайлау участкаһын урап уҙманы.
Халыҡтың көндөң икенсе яртыһында әүҙемерәк ағыла башларына өмөтләнәбеҙ. Һайлау барышы бөтә санитар норма талаптарына ярашлы үтә, тауыш бирергә килеүселәрҙең тән температураһы үлсәнә, махсус шыйыҡса менән ҡулдар эшкәртелә. Һайлау барышының тыныс үтеренә һәм граждандарҙың үҙ бурыстарына етди ҡарауына ышанам, өмөтләнәм, - тине участка рәйесе Елена Валеревна Байбордина.
Читайте нас: