Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканың башҡарма власть органдары структураһындағы үҙгәрештәрҙе раҫланы - Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын министрлыҡ итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Реформа Башҡортостандың оҙайлы стратегияһын сағылдыра: йәштәргә ярҙам итеү арҡылы социаль-иҡтисади үҫеш өсөн нигеҙ һалына.
- Йәштәр менән эшләү - беҙҙең төп бурыс. Был вазифаларҙан бер заман китербеҙ, беҙҙән һуң йәш кешеләр килер, улар аңлы, дәүләткә, шәхескә ҡарата дөрөҫ позициялы булырға тейеш, - тине был йәһәттән Радий Фәрит улы.
Һис шикһеҙ, һуңғы йылдарҙа төбәк етәкселеге йәштәр менән әүҙем эшмәкәрлек итә. Юғары уҡыу йорттары майҙансыҡтарында, “Патриот” йәштәр үҙәгендә, “Кампус” һәм башҡа локацияларҙа уҙған осрашыуҙар көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә, власть менән яңы быуын араһында ышаныслы диалог булдырырға мөмкинлек бирә. Үҫешеү, камиллашыу, теге йәки был өлкәлә үҙҙәрен һынау, төрлө проекттарҙа ҡатнашыу өсөн дә юлдар асыҡ. Мәҫәлән, 2024 йылда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәргән форум кампанияһы һәм Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәштәре дөйөм суммаһы 78,6 млн. һумды тәшкил иткән 143 грант отҡан. Йәштәр йәлеп иткән грант средстволары күләме йәһәтенән Башҡортостан Республикаһы Рәсәй төбәктәре араһында - бишенсе, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Йәш быуынды берләштергән, уларҙа дөрөҫ гражданлыҡ позицияһын, социаль яуаплылыҡ, теләктәшлек, үҙ-ара ярҙам һәм мәрхәмәтлек ише сифаттар тәрбиәләгән ирекмәнлек хәрәкәте лә төбәктә әүҙем үҫешә. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, республикала 3700-ҙән ашыу ирекмәндәр ойошмаһы эшләй, уларҙың эшмәкәрлегенә 552,8 мең самаһы кеше йәлеп ителгән, был иһә төбәк халҡының 14,8 проценты (2023 йылда - 14,2 %) тигән һүҙ. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда “Изге эштәр төбәге” аталмышлы ирекмәнлеккә ярҙам итеү тәжрибәһе тормошҡа ашырылды, уның сиктәрендә федераль финанслау арҡылы (5,77 миллион һум күләмендә субсидия) ирекмән-остаздар әҙерләү буйынса проект ғәмәлләште.
Ирекмәнлеккә комплекслы ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү программаһына ярашлы, Республика ирекмәндәр форумы һәм Ирекмәндәр лагеры ойошторолдо. Бынан тыш, 51 волонтер Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» почёт билдәләре менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тематик осрашыуҙар уҙғарыу ҙа матур традицияға әйләнде. 2024 йылда блогерҙар, волонтерҙар, студенттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, эшләүсе йәштәр менән осрашыуҙар ойошторолһа, быйыл иһә - эшҡыуарҙар, студенттар һәм аграрийҙар менән.
Йәштәр менән эшләүҙең йәнә бер мөһим элементы - муниципалитеттарҙа гражданлыҡ-патриотик йүнәлештәге саралар үткәреү. Улар йәш быуында әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәтле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар менән асыҡ диалогтарҙа, гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса сараларҙа ҡыҙ-егеттәр айырыуса теләп ҡатнаша.
Рәмзил Рәмил улы БАЙНАЗАРОВ, Белорет металлургия колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы, йәмәғәт лидеры:
- Белорет металлургия колледжында 1067 студент уҡый. Улар 13 йүнәлеш буйынса һөнәри белем ала. Бөгөнгө көндә беҙҙең төп маҡсат - “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашыу. Төбәктең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү арҡылы колледж студенттарына яҡын киләсәктә юғары квалификациялы белгес булыу мөмкинлеген биргән, уларҙы хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән был белем биреү программаһы шул уҡ мәлдә уҡыу йортоноң материаль-техник базаһын яңыртыу, төҙөкләндереү, заманса ҡорамалдар һатып алыу, студенттарҙың уҡыу-йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн матди ярҙам сараһы ла.
Ғөмүмән, төбәктә йәштәрҙең киләсәген хәстәрләүгә, компетентлы кадрҙар әҙерләүгә етди иғтибар бүленә. Мәҫәлән, колледж студенттарының һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән республика, Бөтә Рәсәй ярыштарында, форумдарҙа ҡатнашыуы уларҙың ян-яҡлап үҫеше, камиллашыуы өсөн бик мөһим. Әле бына февраль аҙағында һөнәри оҫталыҡ буйынса "Профессионалдар - 2025" Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Республикала ярыш 40-тан ашыу майҙансыҡта уҙҙы, унда 1500-ҙән артыҡ студент ҡатнашты. Белорет металлургия колледжының IV курс студенты Владислава Меньшенина (остазы Олеся Ҡотлоева) "Металл ғилеме" компетенцияһында алтын миҙалға ла-
йыҡ булды. Әйткәндәй, Владислава, уҡыу менән бер рәттән, Белорет металлургия комбинатының контроль һынауҙар бүлегендә химик анализ лаборанты булып эшләп тә йөрөй. Был еңеү, берҙән, уҡыу йортонда белгестәр әҙерләүҙең юғары кимәлен күрһәтһә, икенсенән, башҡа студенттар өсөн ынтылыш, үҫеш өсөн яҡшы стимул да.
Март башында ике актив студентыбыҙ Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусында уҙған "Башҡортостан урта һөнәри белем биреү ойошмаларының студенттар һәм профсоюз лидерҙары мәктәбе"ндә ҡатнаш-
ты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй йәштәр союзының федераль проекты етәксеһе Дмитрий Машин менән осрашыу йәш кешеләр өсөн, һис шикһеҙ, фәһемле булғандыр.
Егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың, ниһайәт, “Беренселәр хәрәкәте” сафын тулыландырыуы ла уларға үҙҙәрен күрһәтеү, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн ҙур мөмкинлек. Студенттар менән төрлө социаль проектлау һәм грант конкурстарында ҡатнашыу буйынса эштәр башланды ла инде.
Һуңғы йылдарҙа айырата әүҙемләшкән ирекмәнлек хәрәкәте тураһында ла әйтеп үтеү зарур. Мөһим маҡсаттарҙың береһе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Мәҫәлән, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Йәштәр ял үҙәге менән берлектә "Герой өсөн йылылыҡ" акцияһын ойошторҙоҡ - һалдаттарға йылы кейемдәр тупланыҡ. Йәнә, күптән түгел колледжда һалдат ҡатындары өсөн кулинар оҫталыҡ дәресе лә уҙҙы. Биш ҡатын-ҡыҙ перәник бешереү серҙәренә төшөнөп, үҙҙәре әҙерләгән кондитер изделие-
һын яҡындарына күстәнәс итеп алып ҡайтты.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған гражданлыҡ-патриотик йүнәлештәге саралар ҙа йәштәрҙә берҙәмлек, илһөйәрлек, ғәййәрлек рухын тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Яугирҙар, хәрбиҙәр менән осрашыуҙарҙа студенттар айырыуса теләп ҡатнаша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала.
Эйе, илдең киләсәге йәштәр ҡулында. Кадрҙар потенциалын нығытыу, инфраструктураны үҫтереү, йәштәрҙе идара итеү процестарына йәлеп итеү, һис шикһеҙ, республикалағы ыңғай үҙгәрештәргә этәргес кенә буласаҡ.