+17 °С
Облачно


Һайлауҙың икенсе көнөндә ҡаланың 8-се мәктәбендә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған "Дуҫлыҡ йәрминкәһе" үтте. Уның маҡсаты - илдең көсө мәҙәни төрлөлөгөндә, беҙҙе уртаҡ ҡиммәттәр берләштерә: ихтирам, ҡунаҡсыллыҡ, ғаиләгә һәм өйгә мөхәббәт. I-V класс уҡыусылары урыҫ, татар, башҡорт, чечен, ҡаҙаҡ халҡының һый-хөрмәттәрен тәҡдим итеүҙән тыш, уларҙың йолалары менән уртаҡлашты, милли кейемдәрен күрһәтте, үлар телендә бер нисә һүҙҙе өйрәтте, риүәйәттәрҙе һөйләне.