Инйәрҙең 2-се мәктәбендә урынлашҡан 1323-сө һайлау учаткаһында икенсе көн рәттән эш ҡайнай. Һайлауҙың беренсе көнөндә тәүгеләрҙән булып үҙ тауыштарын күп балалы Мырҙағалиндар ғаиләһе бирҙе. Илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында ошондай күркәм, татыу ғаиләләрҙең беренсе булып һайлауға килеүе - оло берҙәмлек һәм актив гражданлыҡ позицияһының асыҡ үрнәге булып тора. Участкала һайлаусылар ағымы ифрат яҡшы, халыҡтың кәйефе күтәренке. Кисә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән берлектә ойошторолған "Хәйриә йәрминкәһе" эшләне. - Участкаға килгән һайлаусылар уҡыусыларыбыҙ әҙерләгән татлы ризыҡтарҙы, йәшелсәләрҙе һәм ҡул эштәрен теләп һатып алды. Сөнки был йәрминкәнән тупланған бөтә килем Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеп ебәреләсәк. Илебеҙҙең киләсәген һайлайбыҙ, яугирҙарыбыҙға ярҙам итәбеҙ! Беҙ бергә - беҙ берҙәм! - ти участка райлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Асия Йосопова.