

Йөйәк ауылындағы 1321-се һайлау участкаһында икенсе көн һайлауҙар бара. Ауыл халҡы һәр ваҡыттағыса был сәйәси ваҡиғаға етди һәм яуаплы ҡарап, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй. Участка һайлау комиссияһы ағзалары - Әлфиә Баһауетдинова, Миңзилә Атауллина, Нүрзиә Мырҙагильдина, Лилиә Хәлилова, Вилиә Мөхәмәтшина, Ләйсән Ғәзизова һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Һайлау көндәре тыныс, тәртип боҙоуҙарһыҙ үтә. Һайлауҙың беренсе көнөндә Рәсилә Солтанова тәүге тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне һәм киләсәктә лә һайлауҙарҙа ҡатнашасағын билдәләне. Был участкала Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тарихсы, ветеран-уҡытыусы, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, хөрмәтле ир-уҙаман Ринат Шәйбәков тормош иптәше Фәнзилә ханым менән тауыш бирҙе. - Һайлауҙарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаштым. Тәүге тапҡыр әрме хеҙмәтендә һайланым. Ябыҡ ҡалала, бик тә мөһим объект һаҡлау бурысы йөкмәтелгән ине беҙгә. Һайлауға парад формаһында барыуыбыҙ иҫтә ҡалған. Унан ары һәр һайлауҙа ла әүҙем ҡатнаштым, һайланым да, һайландым да. Урындағы һәр ауыл советына һайлауҙа депутат иттеләр, Башҡарма комитеты рәйесе, район депутаты, һайлау комиссия ағзаһы, рәйесе лә булдым. Туҡһанынсы йылдар уртаһында район тарихында тәүге тапҡыр юғарынан төшөрөлгән кандидатура урынына ауылдаштарыбыҙ менән үҙебеҙ теләгән кандидатты күрһәтеп, депутат итеп үткәреп тарихҡа ла инеп ҡалдыҡ. Һайлауҙарҙа һәр кемгә ҡатнашырға кәрәк. Был беҙгә Конституция тарафынан бирелгән хоҡуҡ. Бөгөнгө шарттарҙа үҙ тауышығыҙҙы биреп, илебеҙҙең бер бөтөн маҡсат менән йәшәүен иҫбат итеү бигерәк тә мөһим, - ти Ринат Гәрәй улы.