

Һәр ғаиләнең үҙенә генә хас оло традициялары, быуындан-быуынға тапшырылған ҡиммәтле иҫтәлектәре була. Бөгөн ошондай ғәжәп тарихи миҙгел менән Инйәрҙең 2-се мәктәбендә урынлашҡан 1323 һайлау участкаһында яҡташыбыҙ Юлиә Булатова уртаҡлашты. Уның ғаилә архивында 1963 йылдың 3 мартында төшөрөлгән үҙенсәкле фото һаҡлана. Унда Юлиәнеыбң һөйөклө Фәзилә ҡарт өләсәһе һайлау участкаһында граждалыҡ бурысын үтәй. Арала алтмыш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ошо күркәм традиция һүрелтмәй Юлиә һайлау участкаһына әсәһе һәм балалары менән бергә килгән. Ил яҙмышына, төйәгебеҙҙең киләсәгенә битараф булмау ә өләсәйҙәрҙән балаларға һәм ейәндәргә тапшырылған оло тәрбиә һабағы ул. Ошондай быуындар бәйләнеше йәшәгәндә ғаиләләребеҙ ҙә, илебеҙ ҙә ҡаҡшамаҫ.