Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Октябрь 2018, 14:12

Һаулыҡ - беренсе урында

Һәр кеше хәҙерге экология торошо насар булған заманда үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Сөнки спорт менән шөғөлләнеп, кеше һаулығын нығытыу менән бергә рухи тормошон нығыта, донъяға ҡарашын формалаштыра, үҙ-үҙенә ышаныуын арттыра һәм зиһенен байыта. Бына ни өсөн һәр ата-әсә балаһын сәләмәтлек юлына баҫтырырға, һаулығын хәстәрләргә тейеш.

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында йыл һайын Сәләмәтлек көнө үткәрелеп килә. Был көндө һәр гимназист түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Быйыл Сәләмәтлек көнө тағы ла күңеллерәк һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн, беҙ был сараға үҙгәрештәр индереп, V-XI кластар араһындағы ярыш төрөндә ойошторорға булдыҡ.
Көтөп алған көн еткәс, беҙ быуа эргәһендәге Морат тауы итәгендә йыйылдыҡ. Уҡытыусылар программа менән таныштырҙы. Ярыш ете этаптан торҙо. Өс этапта карта менән генә урманда ағасҡа эләктерелгән ҡағыҙҙағы номерҙарҙы эҙләһәк, ҡалған дүртәүһендә SOS ҡағиҙәләрҙе күрһәтеү, компас менән ҡулланыу, урмандағы ҡул аҫтындағы нәмәләр һәм өс шырпы ярҙамында ут тоҡандырыу, алыҫтан түңәрәк эсенә бау һелтәү кеүек заданиелар булды. Һәр этапты бөтә кластар ҙа уңышлы үтәп сыҡты. Ярыш бөткәндән һуң, һәр ваҡыттағыса, командалар үҙҙәренең үҙенсәлекле исем, девиз, йырҙары менән таныштырҙылар.
Был файҙалы һәм күңелле Сәләмәтлек көнөндә оло кластар араһында XI класс - I урын, X класс - II урын, VIII класс - III урын алып шатланһалар, бәләкәй кластар араһында VI кластың беренсе командаһы - I урын, икенсе командаһы - II урын һәм VII кластар - III урынға лайыҡ булды. Гимназиябыҙ директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова менән әңгәмәләшкәндә ул беҙгә: “Йыл да ҡабатланып килгән Сәләмәтлек көнөн тик яҡшыртыу өҫтөндә генә эшләрбеҙ, сөнки һаулыҡ һәр кешелә беренсе урында торорға тейеш”, - тине. Был көндө уҡыусылар ял итеп, уҡыуға тағы ла күберәк көс алып, ҡәнәғәт ҡалдылар. Был сара матур традицияға әйләнеп, уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән дуҫлашырға өйрәтер тигән өмөт менән таралыштыҡ.
Читайте нас: