Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Октябрь 2018, 14:01

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы

Бөгөн сәләмәтлек мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Был турала төрлө өлкәлә, төбәк Башлығы тарафынан да йыш телгә алына. Мәктәп йәшендәгеләр сәләмәтлегенә лә иғтибар арта бара.

Мәктәптәрҙә уҡыу йөкләмәләре ҙур, балалар аҙ хәрәкәтләнә, шул сәбәпле сәләмәтлектәре лә ҡаҡшай. Балалар күберәген телевизор, компьютер алдында ултырыуҙы хуп күрә. Тәмәке тартҡан, алкоголь эсемлектәр ҡулланған, токсикоманияға бирелгән балалар ҙа осрай. Педагогик йәмәғәтселек табипҡа ҡарағанда уҡытыусының бала сәләмәтлеге өсөн эшләгәнлегенә күп тапҡырҙар инанды. Бала сәләмәтлеген һаҡлау - мәғариф өлкәһенең мөһим бурысы.

Сәләмәт тормош алып барыуҙы формалаштырыу, балаларҙы спорт сараларына йәлеп итеү, үҙ көсөнә һәм белеменә ышанысты нығытыу маҡсатында ҡаланың лицей-интернатында йолаға әйләнгән - Сәләмәтлек көнө үткәрелде. Спорт байрамын лицей-интернат директоры Г.З. Зәйнетдинова, директор урынбаҫары М.И. Минниғәлиева, физкультура уҡытыусылары В.П. Косарева, Р.С. Әхмәҙин, башланғыс кластар уҡытыусылары, тәрбиәселәр ойошторҙо.

VII кластар өсөн педагог-психолог Гөлнара Кәбирова “Мин һәм сәләмәтлегем” психологик тренингы, социаль педагог Зарина Резбаева “Тормошҡа хоҡуҡ” темаһына “түңәрәк өҫтәл”, класс кураторы Гүзәл Ғәйфуллина һәм тәрбиәсе Дилә Шаһимырҙанова кластары менән “Дельфин” бассейнында Сәләмәтлек көнө, тәрбиәселәр Фидания Туғанова, Зәйтүнә Аллаярова, Ғәлиә Хәсәнова, куратор Рита Яганова балалар менән лазертаг уйынына, тәрбиәсе Венера Тимерханова беренселәр менән “Мультяшки” балалар күңел асыу үҙәгенә барҙы.

Физик культура уҡытыусылары Виктория Косарева һәм Рәил Әхмәҙин, өҫтәмә белем биреү педагогтары Гөлнара Ҡотоева, Гөлназ Данъянова, Венера Ағзамова уҡыусылар менән күңелле старттар, волейбол, пионербол, футбол буйынса ярыштар, флешмоб үткәрҙе. Балалар көстәрен, мөмкинлектәрен һынап ҡараны һәм командала берҙәм, бергә эшләй белеүен иҫбатланы. Балаларға спорт сараһы оҡшаны.

Саранан һуң, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау маҡсатында, балаларға: “Сәләмәт тормош алып барырға теләр инегеҙме?” тигән һорау бирелде. Яуаптарҙан күренеүенсә, балаларҙың барыһы ла сәләмәт тормош яҡлы.
Читайте нас: