► Кемдәр өсөн айырыуса ғорурлыҡ кисерәһегеҙ?
- Рәсәйҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленде. Илебеҙҙе танытҡан кешеләребеҙҙе лә оноторға ярамай. Рәсәйҙең билдәле спортсылары, беҙҙең мәктәптең элекке тәрбиәләнеүселәре, еңеүҙәргә өлгәшеп, илебеҙ намыҫын яҡланы. Юбилей көнөндә уларҙы ла телгә алмай булмай, әлбиттә. Атҡаҙанған спорт мастерҙары Равиль Казаков пауэрлифтинг буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы булды, Алексей Щепарев биатлон буйынса Донъя һәм Европа чемпионаттары призеры, Лилиә Шобухова еңел атлетика буйынса Чикаго марафоны еңеүсеһе, Лондонда көмөш миҙал яуланы, өс Олимпиадала ҡатнашты. Халыҡ-ара спорт мастерҙары Галина Богомолова (еңел атлетика) дүрт Олимпия уйындарында ҡатнашты, Донъя, Европа, Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе, Мария Косинова йәйге биатлон буйынса Европа, Бөтә Рәсәй, Донъя беренселеге еңеүсеһе һәм призеры, Азамат Бикбаев (грек-рим көрәше) Донъя Кубогы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе һәм призеры, Алена Самохвалова (еңел атлетика) Донъя, Европа, халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе. Спорт мәктәбен тамамлаусылар юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, Рәсәйҙең спорт мастеры нормативтарын үтәне. Екатерина Бузорина, Александр Таһиров, Олег Марусин, Егор Николаев, Степан Коробов, Юлиә Мәғәфурова һәм төрлө спорт төрҙәре буйынса башҡа спортсыларҙы маҡтап телгә алырға булыр ине. Һуңғы 5 йылда 11 тәрбиәләнеүсе спорт мастеры исемен алды, 89-ы спорт мастерлығына кандидат, 141-е I разрядты үтәне, 1765 спортсы төрлө разрядтар алды. Мәктәпте ҡасандыр тамамлаусы уҡыусыларыбыҙ хәҙер инде үҙҙәре спорт мәктәбендә эшләй, йәш быуынды тәрбиәләй. Улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.
► Спортсыларҙы беренсе урынға ҡуйып, уларҙың уңышына нигеҙ һалыусыларҙы - тренерҙарын онотоп ебәрмәйбеҙме?
- Юҡ, әлбиттә. Күрһәткестәргә өлгәшкән спортсыларҙың остаздарына, ветерандарыбыҙға иғтибар кәмегәне юҡ. Йылға йомғаҡ яһағанда ла уларҙы айырым билдәләп үтәбеҙ. Юбилей алдынан ветерандарыбыҙҙы, тренерҙарыбыҙҙы ла ҡотланыҡ. Оло быуын спортсылары Петр Иванович Никитин, Вячеслав Николаевич Астахов, Валерий Константинович Залавиндар муниципаль район Грамоталары менән билдәләнде. Йәштәр һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттарын Татьяна һәм Евгений Сенченко, Сергей Черепенькин, Николай Пантелеев, Рәшит Үлмәҫбаевҡа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Иванюта тапшырҙы. Шулай уҡ йәштәребеҙ Алексей Галицков, Дмитрий Островский, Геннадий Симонов, Наталья Рыжкина, Павел Соколов, Руслан Мостафин, Юлия Котт, Павел Сергеев, Иван Горелов, Алеся Луцковскаялар ҙа депутат ҡулынан Рәхмәт хаттары алды.
► Ниндәй спорт төрҙәре баланы йәлеп итә?
- Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә 19 спорт төрө буйынса секциялар, бүлексәләр эшләп килә. Мәктәптә 1800-гә яҡын бала шөғөлләнә. Балаларҙы бөтә секциялар ҙа йәлеп итә, улар бында теләп йөрөй. Йәш тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә уңыштарға өлгәшә, еңеүҙәр яулай. Олег Назаренко, Екатерина Тихонова, Михаил Авдеев, Юлия Дмитриева, Григорий Аверьянов, Юлия Аристова, Морат Байегетов, Булат Абдрахманов, Павел Лысов, Матвей Точилкин, Степан Мокрушин, Сергей Ульянов, Егор Бабыкин, Артем Севостьянов, Диана Ишмөхәмәтова, Тимур Мөхәмәҙиев, Дмитрий Зайцевтар айырым билдәләнеп, спорт мәктәбенең Почет грамотаһына лайыҡ булдылар.
► Галина Юрьевна, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы, йәш спотсыларҙы оло юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Артабан да спортта уңыштар теләйбеҙ!
Әңгәмәнең тулы вариантын гәзиттең 80-се һанында (05.10.2018) уҡығыҙ.