Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ноябрь 2018, 16:39

Балаларҙың тәүге еңеүе

Йәш быуын вәкилдәре араһында спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәһәтенән мәғариф учреждениелары ҙур әүҙемлек күрһәтә. Балалар менән спорт буйынса шѳғѳлләнгән педагогтарҙың бѳгѳн-гѳ тѳп бурысы - йәш быуында илһѳйәрлек, толерантлыҡ тойғолары тәрбиәләү һәм ГТО нормаларын үтәүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Быйыл 29 апрелдә Бѳтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тураһындағы положениеға ярашлы, ҡаланың спорт мәктәбендә ГТО нормаларын тапшырыу буйынса сара уҙғарылғайны. Беҙҙең илдә 6 йәше тулған һәр кеше ГТО нормаларын тапшыра алыуын иҫәпкә алып, ҡаланың 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә был саранан ситтә ҡалманы. Үҙ балаларын спортҡа ылыҡтырырға теләгән атаәсәләр ярҙамында кәрәкле сайтҡа теркәлеп, уникаль идентификацион номерҙар алғас, баҡсаның 6 тәрбиәләнеүсеһе - Д.Жуков, Д.Ғөбәйҙуллин, С.Пракудина, Л.Эниева, Н.Волков, Д.Веретенникова үҙҙәренең йәш категорияһында, йәғни 6-8 йәшлектәр араһында, ГТО нормаларының беренсе баҫҡысын тапшырҙы. Балаларҙың тырышлығы бушҡа китмәне, улар был спорт сараһында ҡатнашып, маҡсаттарына иреште һәм тәүге еңеү тәмен татыны.
Ноябрҙә 44-се балалар баҡсаһында ГТО значоктарын һәм кенәгәләрен тапшырыу буйынса тантаналы сара үтте. Балаларға ҙур еңеүҙәре ѳсѳн бүләкләнеп, тәүге наградаларын алыу тормоштарындағы иң күңелле, тулҡынландырғыс мәл булып ҡалды. Уларҙың ҡыуанысын күреү үҙ балаһының маҡсатын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән ата-әсәләр ѳсѳн дә шатлыҡлы булды. Ололар күңелендә балаһы ѳсѳн ғорурлыҡ тойғолары сағылды. Сәмсел, ныҡыш балаларҙың киләсәк тормошонда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр күп булыр әле тигән ышаныс ҙур.
Читайте нас: