Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2019, 12:16

Байрамды - тау битләүендә

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын “Морат” тау саңғыһы үҙәгендә уҙғарыуҙы бер нәмәгә лә тиңләп булмай. Байрам көндәрен телевизорға текәлеп ултырыуға йәки кеше менән шығырым тулы магазиндарға йөрөүгә ҡарағанда, тау битләүҙәрендә үткәреү күпкә файҙалыраҡ икәнен иҫбатлау кәрәкмәйҙер.

“Морат” тау саңғыһы үҙәге етәкселеге байрам кѳндәрендә ял итеүселәр өсөн көн һайын төрлө саралар уҙғарҙы. Был яңы йыл каникулын Белоретта - Морат тауы битләүҙәрендә үткәреүгә тағы бер сәбәп булып торҙо. Байрам сараһын алып барған KZ дуэтынан “Иң шәп Ҡыш бабай”, “Иң стилле Ҡыш бабай”, “Фристайло Ракамакафо - Ҡыш бабай”, “Иң эҫе Ҡарһылыу”, “Фристайл Ҡарһылыу” һәм “Иң спортсы Ҡарһылыу” конкурстары, бағыусыларҙан тематик приздар, дәртле музыка бѳтә ҡунаҡтарға ла онотолмаҫ тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.
Иң күңелле “Атай, әсәй, мин - тау саңғысылар ғаиләһе” конкурсында Белореттан Урмановтар ғаиләһенә етеүсе булманы. Бөтә еңеүселәргә лә “Морат” тау саңғыһы үҙәгенән приздар тапшырылды. Һәм иң мѳһиме - башлап саңғыға баҫҡандар Рәсәйҙең Инструкторҙар мәктәптәре араһындағы Беренсе Рәсәй Чемпионатының бронза призеры, халыҡ-ара “В” категорияһы инструкторы Николай Гридневскийҙан бушлай оҫталыҡ дәресе алыу мѳмкинлеген ҡулынан ысҡындырманы.
Читайте нас: