Был сермәндәрҙең спорттағы тәүге уңыштары түгел. Былтыр Кубок өсөн көрәшеү хоҡуғын 70 кеше алғайны. Ярыш өс этаптан торҙо. Беренсе, өсөнсө этаптарҙа шулай уҡ Яланғас тауына менеп төшөү бурысы ҡуйылды. Районда халыҡ-ара «ТрансУрал» тау марафонының Көньяҡ Урал этабында өс этап буйынса иң күп мәрәй йыйып, Ренат Мырҙабаев (һүрәттә) Башҡортостан Кубогын яуланы. Ул хәҙер I разрядлы спортсы. II урынға Айгиз Ҡаһарманов лайыҡ булһа, III урынға Әбйәлил егете Ирек Килдейәров һәм Сермәндән Илдус Абдуллин сыҡты. Өсөбөҙгә лә II разрядлы спортсы иcеме бирелде. Ярышта V урынға сыҡҡан Рәлиф Хәлитов III разрядлы спортсы исеменә лайыҡ булды. Айгиз Ҡаһарманов өсөн 2018 йыл бигерәк тә уңышлы булды. Еңел атлетика буйынса III разрядлы спортсы бер нисә тапҡыр Белорет районы һәм Учалы ҡалаһы чемпионы исемен яуланы. Сентябрҙә 14- 15 йәшлек үҫмерҙәр араһында Өфө халыҡ-ара марафонында - I, октябрҙә Башҡортостан командаһы составында Рәсәй Беренселеге ярыштарында (эстафета) - I, Мәләүез ҡалаһында Республика Беренселегендә - III, декабрҙә Магнитогорскиҙа еңел атлетика буйынса ярышта пъедесталдың III баҫҡысына күтәрелде. Уның спорттағы һөҙөмтәләрен күреп, тренер Лилиә Шобухова үҙ командаһына алды.