Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Ғинуар 2019, 14:07

Хоккей йәнле абҙаҡтар

Ҡыш - хоккей уйынын яратыусылар өсөн иң көтөп алынған осор. Ғинуар башынан Абҙаҡ ауылы хоккей командаһы спорттың был төрө буйынса бер нисә ярышта ҡатнашып та өлгөрҙө.

Турнир миҙгеле команданың Смеловск ауылында уҙған боҙ өҫтөндәге уйында еңеүе менән асылды. Ҡаршы яҡтың тәжрибәле, көслө булыуын иҫәпкә алғанда, был абҙаҡтар өсөн оло ҡаҙаныш. Әлбиттә, һәр уңышлы уйын - ул, иң элек, үҙ эшен яҡшы белеп башҡарған шәп тренер ҡулы аҫтында шөғөлләнеү тигән һүҙ. Абҙаҡ ауылы хоккей командаһының еңеүҙәрендә лә тренерҙары Ғәбделмәжит Бүләкбай улы Зариповтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ғәбделмәжит Бүләкбай улы ихтыяри нигеҙҙә ауылыбыҙҙа хоккей үҫеше менән шөғөлләнә. Уның хәстәрле һәм һиҙгер етәкселеге аҫтында көн һайын 4 команда күнекмәләрҙә тир түгә. Шулай уҡ шәп ауылдашыбыҙ хоккей буйынса ауылда ғына түгел, район кимәлендә лә ярыштар ойоштора. Мәҫәлән, 11 ғинуарҙа - иптәштәрсә матч, 12 ғинуарҙа Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы кубогына традицион хоккей ярышы үтте. Өс команда ҡатнашҡан һуңғы уйын “Юниор”ҙарҙың еңеүе менән тамамланып, Кубок тантаналы рәүештә команданың капитаны Данил Фәттәховҡа тапшырылды.
Абҙаҡ ауылы халҡы өсөн яҡташтарының ваҡыт һәм көс талап иткән спорт төрөн әүҙем пропагандалауҙары, ярыштарҙа яулаған еңеүҙәре, һис шикһеҙ, оло мәртәбә вә ғорурлыҡ. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә иңендә ҙур яуаплылыҡ тойған, дәрт-дармандары ташып торған йәш-елкенсәктең көсөн дөрөҫ йүнәлешкә борған, уларҙы сәләмәт тормошҡа әйҙәгән Ғәбделмәжит Бүләкбай улы иһә, бихисап ҡаҙаныштары була тороп та, үҙенең ябайлығы, тыйнаҡлығы, күрһәткән эштәре тураһында артыҡ һүҙ сурытыуҙы өнәмәүе менән дә хөрмәт уята. Уның тәрбиәләнеүселәре лә остаздарынан һис ҡалышмай: яҡшы өлгәшеүҙән тыш, йырға, рәсем төшөрөүгә һәләтле, бейеүгә, музыка ҡоралдарына оҫта улар.
Үҙ сиратыбыҙҙа, ихтирамлы яҡташтарыбыҙға өр-яңы еңеүҙәр, ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләп, артабан да шулай әүҙем, көләкәс булып ҡалһындар, тибеҙ.
Читайте нас: