Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2019, 14:14

Ат бәйгелә һынала

Ат сабышы электән байрамдарҙың төп атрибуты булып һаналған һәм ул үҙе тирәләй тамашасыларҙы йыйған. Ат спорты үҫешкән һәм шәхси хужалыҡтарында күп йылҡы аҫралған ауылдарҙың береһе булараҡ, Әхмәрҙә лә уға иғтибар кәмегәне юҡ.

Яңыраҡ Әхмәр ауылының «Түңәрәк һаҙ» яланында ҡышҡы ат сабыштары уҙҙы. Хәҙер инде йолаға әйләнгән сараны тамаша ҡылырға күрше Әзекәй, Рысыҡай, Аҙналы ауылдарынан һәм Әбйәлил районынан, ҡаланан ҡунаҡтар, бәйгеселәр йыйылды. Ҡышын үткән ат спорты ярыштары ла, ысын мәғәнәһендә, ҙур тамашаға әүерелде. Ат сабышы йылҡы аҫраусылар өсөн дә көтөп алынған ваҡиға булды. Был ярыштарға улар етди әҙерләнгән. Ә көйәрмәндәрҙә санаға егелгән ат менән 5200 метр арауыҡҡа уҙыштар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тәүге тапҡыр ғына үткәрелгән сабышҡа дүрт ат сыҡты. Көсөргәнешле сабышта финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып Винарис Вәлиев үҙенең “Карат”ында, Эдуард Зәбиров “Буян”да, Рәсүл Юлышев “Шоңҡар”ҙа үтте. Икенсе заезда 3 йәшкә тиклемге йәш юртаҡтар уҙышты. Был заезда ла “Ялҡын” ҡушаматлы юртағы менән Винарис беренсе килде. “Алтын”да (хужаһы - Рим Абдуллин) Ғәзим Таһиров - II, Әбйәлил ҡунағы Яна Кузнецова III урынға сыҡты. Әле ныҡлап өйрәтелмәгән ҡайһы бер юртаҡтар дистанциянан да төшөп ҡалды. Өсөнсө заезд - бәйге. Бәйгеселәр 6500 метрға уҙышты. I урынды - “Армат” ҡушаматлы атта (хужаһы - Әмир Йосопов) Эдуард Зәбиров, II урынды “Байрам”да (хужаһы - Рим Абдуллин) Ғәзим Таһиров һәм III урынды “Ҡара ат”та (ат хужаһы - Зиннур Ҡәҙерғолов) Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров алды. Эстафетала иһә әхмәрҙәр алдынғылыҡты бирмәне.

Һуңғы йылдарҙа ат өҫтөндә көрәш популярлыҡ яулай бара. Әхмәрҙәр ҙә йоланан ситкә тайпылманы. Көрәштә Рысыҡайҙан Рәсих Латипов береһенә лә бил бирмәне һәм көрәш батыры булды. Әхмәрҙәр Рушан Таһиров һәм Вадим Әҙелмырҙин икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште. Егеттәр ат өҫтөндә ныҡлы ултырғанын, бер кемгә лә бил бирмәүен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе, ауыл старостаһы Нажия Вәлиева әйтеүенсә, бындай саралар йышыраҡ үтергә тейеш. “Төрлө мәҙәни, спорт саралары йыш үтеп тороуы, берҙән, ауыл халҡын берләштерһә, икенсе яҡтан, уларға, бигерәк тә йәштәргә насар ғәҙәттәр тураһында уйларға ваҡыт ҡалдырмай. Күптәребеҙ ат сабышына дәртләнеп, сәмләнеп әҙерләнде. Шулай уҡ аттарҙың һабантуйҙарға, башҡа ат сабыштарына әҙерлеген һынаныҡ”, - тине Нажия Динислам ҡыҙы.

Үткән сара ауылда аттар ярышы йылдам үҫеш алғанын тағы бер ҡат иҫбатланы. Ярыштар тамамланһа ла, ауыл халҡы таралышырға ашыҡманы. Балалар аттарҙа йөрөнө, ололар йәнле аралашыу алып барҙы. Ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында ауылдың уңғандары бешергән тәм-томдар менән сәй эсеп, аш ашап, гармунға бейеп өлгөрҙөләр. Ғөмүмән, рәхәтләнеп ял иттеләр.
Читайте нас: