Ҡатмарлы төр буйынса күнекмәләрҙә шөғөлләнгән Белорет командаһы, ике төр буйынса ла үҙҙәре алдында ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы үтәп, финал раундына барып етте. Өс ҡатмарлы трасса буйынса ярышта Полина Коноплина менән Ярослав Гарабурдо - I, Марат Әхмәтшин - II һәм Степан Коробкин менән Аня Авдеева III урынды яуланы. Пьдесталға күтәрелеү өсөн Вероника Дегтярёва, Кәрим Фазылбеков, Ярослава Поляковаға бер генә аҙым етмәне, һөҙөмтәлә улар IX урынға сыҡты. Шулай уҡ Артём Александров менән Дарья Чечёткина V һәм VI урындарҙы бүлеште.
Тиҙлек дистанцияһында белореттар йәнә лә 5 миҙал яуланы. Ярослав Поляков - I, Полина Коноплина - II, Степан Коробкин, Аня Авдеева һәм Ярослав Гарабурдо, лайыҡлы рәүештә III урынды яулап, пьедесталға күтәрелһә, Кәрим Фазылбеков IX урынға сыҡты. Шулай уҡ ошо бында 15 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында Рәсәйҙең дзюдо федерацияһы, Волга буйы федераль округы дзюдо федерацияһы, Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте ойошторған дзюдо буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Сара көслө спортсыларҙы асыҡлау һәм спартакиадала сығыш яһаусы төбәк йыйылма командаһын төҙөү маҡсатынан ойошторолдо. Был ярышта 300-ҙән ашыу йәш спортсы 14-15 февралдә Пенза ҡалаһында үтәсәк ярышҡа юллама алыу өсөн көрәште.
Һөҙөмтәлә ҡаланың спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Виктория Дмитриева - I, Михаил Вәлиев - III урынды яуланы. Спортҡа ынтылыусы балаларҙың һәләттәрен күрә белгән тәжрибәле тренер Руслан Мостафиндың тәрбиәләнеүсеһе Виктория спорт мәктәбендә - өс, Михаил биш йыл шөғөлләнә. Өмөтлө, йәш спортсыларҙың киләсәктә район, ҡала намыҫын ышаныслы яҡлауҙарын, артабан да еңеүҙәренең күп булыуын теләйек.