Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2019, 17:23

Осош офоҡтары киңәйҙе

Ҡабан йылын ҡала Мәҙәниәт һарайы оло еңеү менән башланы. Президент гранты фонды Мәҙәниәт һарайында уңышлы ғына эшләп килгән “Жар-птица” спорт бал бейеүҙәре клубында шөғөлләнеүсе мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән проектты ғәмәлгә яраҡлы тип тапты. Проекттың авторы - спорт бал бейеүҙәре тренеры Ирик СИРАЖИТДИНОВ.

- Ҡатыным Олеся менән Стәрлетамаҡ физик культура институтында квалификация күтәреү курстарында уҡыған саҡта бер ханым халыҡтың аҙ хәрәкәтсән төркөмө өсөн коляскала спорт бал бейеүҙәре йүнәлешендә эш алып барғығыҙ килмәйме, тигәнерәк һорау биргәйне. Күңелемә шундуҡ ятты был идея. Уҡып бөткәндән һуң, был йүнәлеш буйынса йәнә әҙерлек курстары үтеп, мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү йәһәтенән белем туплап, шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһында “Коляскала спорт бал бейеүҙәре буйынса Континенттар Кубогы - 2017” проекты сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре курсында ғилемемде камиллаштырып, ҡала Мәҙәниәт һарайында коляскала спорт бал бейеүҙәре төркөмөн асыуға ирештем.
Коляскала спорт бал бейеүҙәре - ул спорттың уникаль төрө, адаптив физкультураның иң нәтижәле алымы ла. Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр, тап ижади эшмәкәрлек арҡылы ғәриплеккә дусар бала төрлө психологик кәртәләрҙе, ауырлыҡтарҙы үтә аласаҡ, кәмһенеү тойғоһон еңеп, тиҫтерҙәре менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорасаҡ. Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ата-әсә өсөн дә ул донъяға яңы ҡараш, киләсәккә ышаныс, өмөт сығанағы. Сөнки, кем белә, спорт һәм сәнғәтте берләштергән бейеү төрөн юғары кимәлдә үҙләштереп, йәш кеше үҙе үк тренер йә остаз булып китер, бер нәмәгә ҡарамай, тәғәйенләнешен табыр.
Эш башлауын башланыҡ та, тик бейеү өсөн махсус коляскаларҙың, сәхнәгә сығыу, конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн костюмдарҙың булмауы бәкәлгә һуға. Тап ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Президент грантында ҡатнашырға йөрьәт иттек. Шөкөр, теләгебеҙ тормошҡа ашты, яҡын киләсәктә һәр бейеүсе мотлаҡ коляскалы, костюмлы буласаҡ, - ти ышаныс менән Ирик Рим улы.
Ҡала Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Людмила Молоканова ла был йәһәттән үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
- Ирик Рим улының 420 мең һум күләмендә грант отоуы, һис шикһеҙ, бар коллективтың уңышы. Һәр ҡайһыбыҙ үҙенсә тырышты, ярҙам итте, янды-көйҙө. Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә лә әллә ни үҫешмәгән коляскала спорт бал бейеүҙәре менән тап беҙҙең йәштәрҙең шөғөлләнә алыуы, әлбиттә, үҙе бер мөғжизә. Үткән йыл бейеү байрамында был төркөм тәүге тапҡыр әсәләре менән сәхнәгә сыҡты. Саралағы тәьҫораттарҙы һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел: был иҫ киткес тамашаға шаһит булған барлыҡ кеше һоҡланыуынан, тәрән күңел кисерештәренән күҙ йәштәрен тыйып тота алманы. Ә сәхнәлә коляскала музыка һәм бейеү менән бер бөтөнгә әйләнгән, шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан ҡыҙ-егеттәр, балалары өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһона тулышҡан ҡатын-ҡыҙҙар, бәлки, ғүмерҙәрендә иң татлы, сәғәҙәтле минуттарын кисергәндер.
Үҙ сиратыбыҙҙа, Ирик Рим улына ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итәсәкбеҙ, уның изге башланғысын хуплап-дәртләндереп торасаҡбыҙ. Моғайын да, был изге ғәмәл киләсәктә тос емештәрен бирер, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, уларҙың атай-әсәйҙәренә яңы офоҡтар асыр, - тип тамамланы һүҙен Людмила Геннадьевна.
Әйткәндәй, 2018 йылда РФ субъекттары араһында үткәрелгән Президент гранттары конкурстарында беҙҙең төбәк еңеүсе-проекттар буйынса - алтынсы, ә Волга буйы федераль округында икенсе урындар яуланы. Үткән йылда ғына Башҡортостандан 87 проект йәмғеһе 93 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһын алыуға иреште.
Йәмәғәт башланғыстарында, ауырлыҡтарға бирешмәй, маҡсаттарына ҡыйыу юлдар ярған, ярҙамға мохтаждарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙға иһә ҙур уңыштар, рухи вә матди ярҙам күрһәтә алырлыҡ теләктәштәр юлдаш булһын!
Читайте нас: