Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2019, 14:46

Илһам һәм сәм алып

Быйыл да Советтар Союзы Геройы Александр Георгиевич Серебренников иҫтәлегенә үткәрелгән саңғы ярыштары ҡышҡы спорт төрөн яратыусыларҙы бер майҙанға - “Металлург” стадионына йыйҙы.

47-се традицион сара “Рәсәй саңғы юлы” Бө-тә Рәсәй күләмле саңғы ярыштары сиктәрендә үтте. Спорт байрамында үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгән, табиптан рөхсәт ҡағыҙы алған һәр кем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Күләмле сарала саңғы спортын үҙ иткән 6 йәштән алып 80 йәшкә тиклемге 400-ләп спортсы төрлө йәш категориялары буйынса көс һынашты. Стадионда был көндө ябай халыҡты ла, спорт менән профессиональ шөғөлләнгәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Өлкәндәрҙе, йәш быуынды даими саңғы шыуыуға йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған сарала мәктәп уҡыусылары, махсус һөнәри белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, производство коллективтары, хаҡлы ялдағылар 1, 2, 3 һәм 5 саҡрымға уҙышты. Саңғы ярышында ҡала белем биреү учреждениелары уҡыусыларынан, спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренән тыш, Шығай, Олойылға, Сосновка, Йөйәк, Мәхмүт, Ломовка, Тимер юл, Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәптәре спортсылары ла ҡатнашты. Ошондай спорт байрамы Инйәрҙә лә үтте. “Рәсәй саңғы юлы”на күрше Йөйәк, Ғәбдөк, Манышты ауылдарынан, Межгорьенан 100-гә яҡын спортсы баҫты.

Герой иҫтәлегенә арналған спорт сараһын тантаналы асҡандан һуң, 6-10 йәшлек малай һәм ҡыҙҙар стартҡа баҫты, улар 1 саҡрымға ярышты. 6-8 йәшлектәр араһынан пьедесталдың беренсе баҫҡысын 21-се мәктәптән Алиса Симонова һәм Владимир Кондратьев яуланы. Владимир үҙ дистанцияһын 5 минут 29 секундта үтһә, Алиса иһә финиш һыҙығына 6 минут 4 секундта килде. Район мәктәптәре араһынан Шығайҙан Рәзим Мөхәмәтдинов үҙ категорияһында икенсе урынды алды. 9-10 йәшлектәр араһында беренсе урындарҙы 21-се мәктәптән Алина Әхмәҙуллина, Белорет компьютер мәктәбенән Дмитрий Грачев, 11-12 йәшлектәрҙән (дистанция - 2 саҡрым) 1-се мәктәптән Кристина Ғәлиева, 14-се гимназиянан Сергей Косарев алды. 14-се гимназиянан Кристина Ғилфанова, 1-сенән Арсений Горбатов (13- 15 йәшлектәр араһында), 20-сенән Анастасия Николаева, Белорет компьютер мәктәбенән Артемий Фадеев (16-17 йәшлектәр араһында) үҙ категорияларында иң яҡшылары булды. 18-29 йәшлектәр араһында педагогия колледжынан Кристина Коровина һәм Семен Чуриковтар, башҡа спортсыларҙы ярайһы уҡ артта ҡалдырып, финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтте. Гөлфиә Мөхәмәтдинова, Айгөл Ғәлиуллина, Дилә Йомағужина, Андрей Мельников, Вадим Факеев, Иван Володин, Вячеслав Лопухов үҙ йәш категорияларында иң яҡшылары булды. Еңеүселәргә Грамота, миҙалдар тапшырылды.

Материалдың дауамын гәзиттең 14 һанында (15.02.19) уҡығыҙ.
Читайте нас: