Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2019, 13:06

Ҡаҙаныштарыбыҙ ҡышы

“Азия балалары” Беренсе ҡышҡы уйындар девизы спортсыларҙың уй-тойғоларын тулыһынса асты. Көндәр һалҡын торһа ла - эҫе, еңелеүҙәр булғанда ла - күңелле һәм унда йәш кенә спортсылар сығыш яһауға ҡарамаҫтан, уйындар, профессионал күҙлектән ҡарағанда, юғары кимәлдә үтте. Һәр профессионал атлет, тәү сиратта, һөҙөмтәләр тураһында уйлай. Ә беҙ, ситтән күҙәтеүселәр, хис-тойғолар менән йәшәйбеҙ. Хис-тойғоларҙы иһә үткән ярыштарҙан артығы менән алдыҡ. “Азия балалары” ҡышҡы уйындары спортсылар, тамашасы күңелендә оҙаҡ йылдарға һаҡланасаҡ әле.

Сахалинда Халыҡ-ара олимпия комитеты күҙәтеүе һәм ЮНЕСКО яҡлауы аҫтында үткән “Азия балалары” Беренсе ҡышҡы уйындарына 20 илдән 1196 спортсы йыйылды. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Монголия, Непал, Корея Республикаһы, Таиланд, Гонконг, Иордания, Филиппины, Япония, Афғанстан, Берләшкән Ғәрәп Эмираттары, Һиндостан, Кувейт, Сирия йәш спортсылары менән берлектә Рәсәйҙең Сахалин өлкәһе, Яҡутия, Мәскәү, Татарстан, Башҡортостан, Себер, Урал һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарынан барлығы 28 команда ҡатнашты. Йәш спортсылар 10 көн дауамында барған ҡышҡы уйындарҙа спорттың һигеҙ төрө - тау саңғыһы, сноуборд, биатлон, саңғы ярыштары, трамплиндан һикереү, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм хоккей буйынса ярышты. Йәмғеһе 93 миҙал комплекты уйнатылды. Көсөргәнешле ярыштарҙа Сахалин өлкәһенең йыйылма командаһы дөйөм миҙалдар иҫәбе буйынса өсөнсө урын яуланы. Утрау спортсылары иҫәбендә төрлө дәрәжәләге 26 миҙал. Беренсе позицияла Урал федераль округы командаһы урынлашһа, икенселә - Мәскәү командаһы.
“Азия балалары” ҡышҡы уйындарҙа 28 команда араһынан Башҡортостан спортсылары 11 баҫҡысты биләне. Делегацияның күпселек өлөшөн сноуборд буйынса спортсылар тәшкил итте. Нәҡ сноубордсылар Башҡортостандың миҙалдар һауытына төрлө дәрәжәләге ике миҙал өҫтәп, республиканы 11 баҫҡысҡа күтәрҙе. Параллель слаломда үҫмерҙәр араһынан Өфөнән Всеволод Мартынов Урал Федераль округы спортсыһы Ярослав Степанконан ғына ҡалышып, II урынға сыҡты. Команда слаломында, республика ҡыҙҙары араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән, параллель слалом-гигантта пьедесталға бер генә аҙым ҡалған Эльвина Фазылова Всеволод Мартынов менән III урынды яуланы. Һөҙөмтәлә, Урал федераль округы командаһы - I, Сахалин өлкәһенең беренсе командаһы - II, Башҡортостан III урында. Всеволод Мартынов менән Башҡортостан данын күп илдәргә таратҡан шәп ҡыҙ - Эльвина Фазылова ҡайҙан тип уйлайһығыҙмы?! Эльвина Абҙаҡ тау саңғыһы һәм сноуборд мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Улай ғына ла түгел, Башҡортостан сноубордсылары составында Абҙаҡтан Фәнзилиә Бикҡужина, Раушания Мөхәмәтова, Ләйсән Түрйәновалар ҙа ҡатнашты. Тырыш, маҡсаттарына табан барған ҡыҙҙарҙың ил кимәлендәге ошондай уңыштарға ирешеүе менән уларҙың тренерҙары ғына түгел, атаәсәләре, туғандары, уҡытыусылары, класташтары ла ғорурлана. Абҙаҡ ҡыҙҙарының халыҡ-ара уйындарҙа, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуы тәүгә генә түгел, уларҙың Рәсәй, республика, район кимәлендә яуланған еңеүҙәре байтаҡ. Әйҙәгеҙ, команда слаломында бронза миҙал яулаған ҡыҙ - Эльвина ФАЗЫЛОВА (һүрәттә миҙалы менән) менән әңгәмә ҡорайыҡ.
► Эльвина, һинең һәм командалаш ҡыҙҙарыңдың бындай күләмле халыҡ-ара уйындарҙа тәүгегә ҡатнашыуығыҙ. Төрлө кимәлдәге һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, “Азия балалары” ҡышҡы спорт уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы алдығыҙ һәм Башҡортостан намыҫын яҡланығыҙ. Ғөмүмән, уйындар нисек үтте? Сахалин утрауы һеҙҙе нисек ҡаршы алды?
- Сахалин, халыҡ-ара ҡышҡы уйындар миндә тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Тышта 32 градус һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе, Башҡортостан делегацияһын, аэропортта уҡ ҡаршы алдылар, ҡала менән яҡындан таныштырҙылар. Уйындарҙа ҡатнашҡан спортсылар өсөн махсус төҙөлгән хостелдарҙа йәшәнек. Үҙебеҙҙең ярыштарҙан тыш, башҡа спорт төрҙәренә йөрөнөк. Беҙҙе музейҙарға алып йөрөнөләр, утрау тарихы менән танышыу форсаты ла тейҙе. Бынан тыш, төрлө интерактив майҙансыҡтар, мәҙәни парктар эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Уйындар ҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Башҡортостан да ярыштарҙа уңышлы позицияны биләне.
► Сахалин, уның тәбиғәте, ҡары Башҡортостандыҡынан айырыламы?
- Юҡ, айырылмай тиерлек. Ҡар ҙа беҙҙең Абҙаҡтыҡы кеүек. Еңеү өсөн бер ҡаршылыҡ та булманы.
► Дөйөм иҫәп буйынса ғына түгел, ҡайһы бер спорт төрҙәрендә, мәҫәлән, шорттректа пьедесталды тулыһынса Корея спортсылары яуланы. Был уларҙың күп йылдар дауамында ныҡлы эшләү һөҙөмтәһе. Халыҡ-ара уйындарҙа команда слаломында яулаған уңышығыҙ ҙа тырышып, ныҡышмал эшләүҙән килә. Был спорт төрө менән ҡасандан шөғөлләнә башланың? Ғаиләгеҙҙә спортсылар бармы?
- Мин Абҙаҡ мәктәбенең IX класында уҡыйым. Уҡыуҙан тыш, дүрт йыл сноуборд менән шөғөлләнәм. Тренерым Альберт Аслыянов был спорт төрөнә һөйөүемде нығыта ғына. Сноуборд менән шөғөлләнеү ныҡышмалыҡ, көс талап итә. Һәр спортсының физик әҙерлеге, характеры, үҙ-үҙенә ышаныу мөмкинлеге лә булырға тейеш. Шәхси тренерыбыҙ - Альберт Мингәрәй улы, ә халыҡ-ара уйындарҙа Башҡортостандың өлкән тренеры Наталья Викторовна Кизина булды. Атай-әсәйем, туғандарым да һуңғы уңыштарым менән ғорурлана, тағы ла юғары үрҙәргә күтәрелеүемде теләй. Ғаиләбеҙ менән спортты яратабыҙ. Ағайым Владислав та тау саңғыһы менән алты йыл шөғөлләнә. Ул сноуборд буйынса спорт мастерлығына кандидат. Дүрт йыл шөғөлләнеү осоронда Рәсәй, республика, район-ҡала ярыштарында ҡатнашырға өлгөрҙөм. Тиҫтерҙәрем менән аралашыу, улар менән сәмләшеп ярышыу тағы ла юғары уңыштарға ирешеү өсөн дәрт һәм көс бирә. Иптәш ҡыҙҙарым менән Красноярск, Ижевск, Куса, Өфө, Белорет ҡалаларында үткән ярыштарҙа ҡатнашып, ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек.
► Башҡортостандан “Азия балалары” уйындарына 17 спортсы барҙы. Абҙаҡ мәктәбенән дә дүрт спортсы һайланып алыныуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Был ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡыҙҙар ниндәй һөҙөмтәләр күрһәтте? Ишеткәйнек, һеҙ тамашасыға, башҡа спортсыларға башҡорт бейеүен дә күрһәткәнегеҙ икән. Тимәк, Башҡортостанды спортта ғына түгел, сәнғәтен дә тулы кимәлдә асҡанһығыҙ.
- Фәнзилиә ике көн дауамында - VII урындарҙы, Раушания - XII, XIII, Ләйсән иһә IV һәм VI урындарҙы яуланы. Күләмле уйындарҙа иптәштәремдең бындай һөҙөмтәләргә ирешеүе бик ҡыуаныслы. Еңеүҙәребеҙ алда һәм күп буласаҡ әле. Эйе, бер нисә көн эсендә башҡорт бейеүен өйрәнеп, тамашасы алдында башҡарҙыҡ, шулай итеп халҡыбыҙҙың бейеүе менән таныштырҙыҡ. Башҡорт кейемдәрен мәктәптән алдыҡ.
► Эльвина, әңгәмәң өсөн рәхмәт. Һиңә һәм бер мәктәптә шөғөлләнгән тиҫтерҙәреңә артабан да спорт уңыштары, еңеүҙәр теләйбеҙ. Һеҙҙең универсиада, олимпиада кеүек күләмле ярыштарҙа ҡатнашып, районыбыҙҙы тағы ла танытырһығыҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: