Сосновкала уҙған ҡышҡы ат сабыштары Башҡортостанда яңы башланып киткән ат ярыштары төрөнән һанала. Бындай ярыштарҙа төрлө оҙонлоҡтағы дистанцияларға һыбай, санаға егелгән аттарҙа сабыш, ат өҫтөндә көрәш инә. Әлбиттә, әлегә беҙҙең тарафтарҙа уҙғарылмаған, атҡа бәйле башҡа төр ҡышҡы ярыш уйындары ла бихисап.
Белорет районында тәүге ҡышҡы ат сабыштары быйыл февраль айында Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ойошторолдо. Был ярышта Сосновка, Рысыҡай ауылдарынан, Әбйәлил районынан атлылар ҡатнашты. Атһыҙ ғына Баймаҡ районынан да килеп ҡараусылар булды... Тәүге ат сабыштары, ғөмүмән, ошо төр уйындар тураһында Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы старостаһы, аттарға ғашиҡ ханым Нажия Динислам ҡыҙы Вәлиева менән әңгәмәләшәбеҙ:
- Бындай уйындарҙы башлап, тергеҙеп ебәреү уйы бер тәғәйен кешелә генә тыуманы. Беҙ күп йөрөнөк. Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарында булдыҡ. Мәскәүҙә уҙған һабантуйҙан беҙҙең Айгиз Вәлиев еңеп ҡайтты! Бына шундай ҙур һабантуйҙар, ярыштар алдынан аттарҙы һынап ҡарау зарур. Шуға күрә ошондай саралар уҙғарырға, аттарҙы алдан әҙерләргә булдыҡ. Үҙ алдыбыҙға ғына ярышыу ҡыҙыҡ түгел бит инде - ситтән дә саҡырҙыҡ. Хәҙер бына үҙебеҙ Сосновкала. Бындай сараларҙың традицияға инеп китәсәге - заман талабы, тип әйтергә мөмкин. Сөнки тарихты байҡаһаҡ, башҡорттоң бар булмышы, элек-электән, атҡа бәйле булған. Ғаиләлә малай тыуғас, уны өс-дүрт йәштән үк атҡа атландырғандар. Ҡыҙ балалар ҙа һыбай бик йылғыр йөрөгән! Хәҙерге йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырып, эскелек, наркотик кеүек әшәке шөғөлдәрҙән дә ҡурсаларға булышлыҡ итә беҙҙең эшебеҙ!
Аҡланда халыҡты байрамға әйҙәп динамиктан күңелле йыр яңғырай: “Оҙаҡ торҙо атым - сапманы”... Бөгөнгө сабышҡа төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар, һыбайлылар ойоштороусыларға аттарын теркәй. Бер ерҙә, алдан әҙерләнгән станға бәйләп ҡуйып, йәш кенә ҡыҙҙар аттарының ялдарын, ҡойроҡтарын һыйпаштырып ярышҡа әҙерләй. Баҡһаң, улар Әбйәлил районы Банное ҡасабаһының “Уральские просторы” туристик базаһының ат спорты секцияһында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар икән. Бында тағы Бөрйән районынан, Сосновка, Әхмәр, Боғанаҡ, Рысыҡай, Аҙналы һәм Хөсәйен ауылдарынан килгәндәр. Йәмғеһе 26 ат! Йырҙағыса, аттар артыҡ оҙаҡ торманы - уларҙы ат парадына теҙә башланылар.
Әле саҡ башланып торған сараны, алдан уҡ, ҙур тантанаға әүереләсәген күҙ алдыма килтереп, кем уйлап сығарҙы, тип, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғафар улы Моратшиндан ҡыҙыҡһынам.
- Үҙебеҙҙең ат йәнле, ағалы-ҡустылы Зиннур менән Ғилфан Ҡәҙерғоловтар барҙа, башҡа кем булһын инде, - тип ихлас йылмайҙы Ринат Ғафар улы. - Улар бит үҙҙәре, Башҡортостан буйлап, төрлө ат ярыштарында ҡатнашып йөрөйҙәр. Призлы урындар яулап ҡайталар. Әхмәр ауылында уҙған ҡышҡы ат сабыштарынан һуң, үҙебеҙҙә лә шундай ярыш ойошторайыҡ тигән тәҡдим менән миңә килделәр. Бындай яуаплы эште тәүгә уҙғарырға йыйынһаҡ та, ҡуш ҡуллап риза булдым. Хакимиәттә комиссия төҙөнөк. Унда Илдар Вәлиәхмәтов, Рәис Бәҙретдинов, Азамат Мөхәмәт йәров, Зиннур һәм Ғилфан Ҡәҙерғоловтар инде. Район гәзитенә белдереү бирҙек. Тәрән ҡарҙы йырып трасса һалыуҙа эшҡыуарҙар Дамир Мохтаров менән Рәсүл Әбүбәкировтарҙың тракторсылары тырышты, Салауат Мөхәмәтйәров һәм Рәил Исрафилов үҙ тракторҙарында бөтә эште башҡарҙылар: трассаны билдәләп ленталар һуҙыуҙа, аттарҙы бәйләп ҡуя торған махсус урындарҙы булдырыуҙа ла улар йөрөнө. Был сараны уҙғарыуға йәлеп ителгән барлыҡ кеше лә үҙ бурысына ихлас тотондо. Ауылыбыҙ халҡының берҙәмлеге бына ошонда сағылды ла инде. Ағинәйҙәр ойошмаһы хакимиәткә үҙҙәре килеп, ярҙамдарын тәҡдим итте! Улар был көндө һәр береһе өйҙәрендә бешеренеп, буҙа ҡайнатып, ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн өҫтәл әҙерләне. Аш бешереүсе хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итте.
Материалды гәзиттең 24-се һанында уҡығыҙ.