Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Апрель 2019, 14:08

Ҡыйыуҙар, етеҙҙәр байрамы

Бар тәбиғәт йоҡонан ғына уянған апрель айында районҡала спорт һөйөүселәре ҡала музыка мәктәбенә һаулыҡ, ҡаһарманлыҡ, ныҡышмалыҡ байрамына - “Чемпиондар балы”на йыйыла. Спортсылар, педагогтар, тренерҙар, ҡунаҡтар, ғөмүмән, йәне, тәне менән спортты үҙ иткәндәр, төрлө кимәлдәге еңеүҙәр яулаған иң-иңдәр йыйылды был матур сараға.

Белорет спорт мәктәбендә 19 спорт төрө буйынса 2 меңгә яҡын үҫмер шөғөлләнә, тимәк, яңы спорт алмашы үҫә. Быйылғы йыл да еңеүҙәргә, ҡаҙаныштарға бай булды. Спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре район намыҫын республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа ла лайыҡлы яҡлап, ҙур һөҙөмтәләргә иреште.
“Чемпиондар балы”нда был турала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса урынбаҫары Андрей Иванюта ла билдәләп, уны ойоштороусыларға рәхмәтен еткерҙе.
“Спорт һөйөүселәр байрамын үткәреү яҡшы күренеш. Йыл да матур сара үткәрәһегеҙ. Бигерәк тә Башҡортостандың спортты үҙ иткән ҡалаһында үтеүе ҡыуаныслы. Быйыл да Белорет спорт мәктәбе “Резерв әҙерләү” номинацияһында лайыҡлы I урын яулауы быны асыҡ дәлилләй. Тимәк, алмаш үҫә. Артабан да шулай актив, сәләмәт, көслө булып ҡалығыҙ. Бөтә республикаға, Рәсәйгә һәм илгә ниндәй спорт районы икәнлегегеҙҙе күрһәтегеҙ”, - тине Андрей Иванович һәм Рәсәйҙең спорт мастеры, уҡтан атыу буйынса Европа Кубогына эйә булған Рәсәй чемпионы Кристина Коровинаны, 2018 йылда биатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булған Юлия Семенованы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормаларын тапшырыуҙа активлыҡ күрһәткән спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Кристина Коровина, Полина Бикбатырова, Кристина Ғәниева, Роман Иванов, Злата Рыбакова, Ксения Рогова, Аделина Сәғәҙәтова (өҫкө һүрәттә) Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ҡулынан алтын ҡаһарманлыҡ билдәләре алып ҡыуанды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов “Чемпиондар балы”нда ҡатнашыусыларҙы йылы ҡаршылап, уларҙы спорттағы ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәттәре, ныҡышмалыҡ һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәтен еткерҙе. Муниципаль районда спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар булдырылыуын, спорт объекттары, ҡоролмалары торошо иғтибар үҙәгендә ҡаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Спорт залдары, һауыҡтырыу комплекстарын реконструкциялау һәм ремонтлау эштәренә ҡалала ғына түгел, районда ла ҙур иғтибар бүленә. Владислав Геннадьевич Рәсәй Беренселеге еңеүселәренә, призерҙарына, тренерҙарына дипломдар тапшырҙы.
Белорет спорт мәктәбе - Башҡортостанда иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе. Тәрбиәләнеүселәре йыл да төрлө кимәлдәге ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Спорт мәктәбе менән өс тиҫтә йылға яҡын Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Галина Рыжкина етәкселек итә.
Был көндө спорт мәктәбенең барлыҡ тәрбиәләнеүселәре, уларҙың педагогтары, тренерҙары спорттағы юғары күрһәткестәре, һөҙөмтәләре өсөн тәбрикләнде. Муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ирина Бубнова, спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкина иң-иңдәргә Дипломдар һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ял һәм байрам көндәре булһынмы, күнекмәләр үткән мәктәптең һәм ҡоролмаларҙың туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеүселәр, спортсыларҙың сәләмәтлеге һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәре лә билдәләнде “Чемпиондар балы”нда.
Ҡайһы бер ҡыҙ һәм малайҙарҙың “Чемпиондар балы”нда тәүгә генә ҡатнашыуы. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҙа тәжрибәле апай-ағайҙары менән бер рәттән ныҡлы баҫып тора, уларҙың да бит ҙур еңеүҙәре алда әле.
Читайте нас: