Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май 2019, 18:50

Батырлыҡ - бил тотоуҙа, мәргәнлек - уҡ атыуҙа

Һуңғы йылдарҙа йәйәнән уҡ атыу спортының билдәлелек яулай барыуы ҡыуаныслы хәл. Республикала милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, алымдарын өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшелә. “Мәргән уҡсы” ярыштары ла йылдан-йыл үҙ тирәһенә мәргәндәрҙе күберәк ылыҡтыра.

Район-ҡалала ла ярайһы уҡ эштәр атҡарыла башланы. Был йәһәттән ҡаланың Йәштәр үҙәге “Доблесть” хәрби-патриотик клубы, “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәте менән берлектә эш башланы. Яңыраҡ Башҡорт архитектура-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Белореттағы филиалында үткән традицион уҡтан атыу буйынса ярыш та ошо ойошмаларҙың бергә эшләү һөҙөмтәһе. Үҫеп килгән быуында тыуған иленә, тарихына, милләтенә ҡарата һөйөү уятыу, традицион уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, балалар һәм йәштәр араһында милли-мәҙәни мираҫты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, рухи тәрбиә биреү, милли йолаларҙы тергеҙеү йәһәтенән етди әмәл булды был ярыш.
Тәүге тапҡыр үткән ярышта “Юнармия” хәрәкәтендә торған мәктәп уҡыусылары, махсус белем биреү учреждениеларында уҡыған ҡыҙ һәм үҫмерҙәр ҡатнашты. Ҡатнашырға теләүселәр күп булһа ла, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж һәм башҡа техник тикшереүҙәр үткән мәргәндәр генә ярышта ҡатнашыу хоҡуғы алды. Ҡыҙҙарҙың ҡатнашырға теләк белдереүе лә ҡыуандырҙы, аҫыл заттар егеттәрҙән һис ҡалышманы. Уҡсылар төрлө позицияларҙа атып, финалға үтте. Улар араһында өс еңеүсе билдәләнде. Өсөнсө урынды архитектура-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Белорет филиалы студенты Ирек Ешжанов алһа, икенсе урынға 10-сы мәктәптән Тимур Мостафин лайыҡ булды. Ә инде беренсе урынды колледждың Белорет филиалы студенты Таһир Исмәғилев (һүрәттә) яуланы. Уҡтан ваҡытҡа (45 секунд) атыу буйынса Тимур Мостафин, Таһир Исмәғилев, башҡорт гимназияһынан Богдан Хажин иң мәргәндәре булып сыҡты. Еңеүселәргә Дипломдар, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының бүләктәре тапшырылды.
- Йәш быуын - милләттең киләсәге, улар һау-сәләмәт үҫергә тейеш. Район-ҡалабыҙҙа халҡыбыҙҙың милли йолаларын, шөғөлдәрен, йәшәйешен тергеҙеп, уларға яңы һулыш бирергә теләүселәрҙең арта барыуы ҡыуаныслы. Йәштәр араһында ла уҡтан атыуҙы яйға һалырға тигән теләк күптән бар ине. Әле уҡыусылар, студенттар менән эште башлап ебәрҙек. Улар ҙа бик теләп йөрөй, һөҙөмтәләр ҙә һиҙелерлек. Теләк - “Мәргән уҡсы” республика ярыштарында ҡатнашыу, - тине ярышты ойоштороусы, ҡаланың Йәштәр үҙәге белгесе Илнур Әхмәтшин.
Читайте нас: