Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2019, 11:21

Ҡаһарман рухын данлап

Илебеҙ күген шат ауаздарға күмеп, ләйсән ямғырҙарына ҡойоноп, йәнә етте Еңеү яҙҙары... Морон төрткән бәпкә үләнендә һис ғәм белмәй тәкмәс атҡан бала-саға, вайым тоймай донъя ҡыуған йәш-елкенсәк, һуғыш дәһшәттәрен татып, бөгөн имен тормоштарға шөкөр ҡылған оло быуын вәкилдәре - һәммәһе лә көтөп ала Бөйөк Еңеүҙе. Ватаныбыҙҙың кеше тереклек иткән һәр мөйөшөндә оло ихтирам, дан менән ҡаршы алалар уны. 74-се Еңеү яҙы хөрмәтенә үткәрелгән бай йөкмәткеле байрам саралары беҙҙең төйәктә лә бихисап.

Немец илбаҫарҙарын тар-мар итеү өсөн ут эсенә 121 ир-аҙаматын оҙатҡан бәрәкәтле Шығай ерендә 29 йыл рәттән Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың һәм барлыҡ ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән район еңел атлетика эстафетаһы ла һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә уҙҙы.
"Үлемһеҙ полк" йыры аҫтында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр ҡартатайҙарының фотоһүрәттәрен юғары тотоп, ауыл клубы алды майҙансығынан ғорур баҫып үткән бүлә-бүләсәрҙәрҙең "Үлемһеҙ полкы" һәм Шығай ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тарафынан башҡарылған йыр-моңдар арҡылы асылып киткән байрам митингыһы ҡояшлы май иртәһен йәмгә сорнаны.
Тыл ветерандарын, тере ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмовты һәм тантаналы митингыла ҡатнашҡан йөмлә халыҡты олуғ Еңеү көнө менән тәбрикләп, абруйлы ҡунаҡтар - муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, Белорет ҡалаһы һәм районы Бөрйән районы буйынса хәрби комиссар Вадим Сәйәхов иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Сараға шулай уҡ мөрәүәтле ир-уҙамандар - Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов исеменә үткәрелгән район еңел атлетика эстафетаһын ойоштороусыларҙың береһе - Рәмил Шәрәфетдинов, Шығай ауыл хакимиәте депутаты Хәбир Шиһапов, Шығай ауыл хакимиәте биләмәһендәге Ветерандар советы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов һәм башҡалар рәхим ҡылды. Митинг һуңында, ғәҙәттәгесә, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары һәм тыл ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәргә веноктар һалынды.
Артабан иһә район еңел атлетика эстафетаһының төп хөкөмдары - Рөстәм Йомағужиндың ҡәтғи фарманы менән ярышыусылар старт һыҙығына ыңғайланы. 19 команданың йүгеректәре араһындағы уҙыш йылдағыса көсөргәнешле һәм ҡаты барҙы.
Урта белем биреүсе мәктәптәр араһынан I урын - Инйәрҙең 1-се мәктәбенә, II урын - Тимер юл ауылы мәктәбенә, III урын Сермән мәктәбенең 1-се командаһына тапшырылһа, дөйөм белем биреү мәктәптәре командаларынан I урынға - Үҙән балалар йорто (һүрәттә), II урынға - Олойылға, III урынға - Боғанаҡ мәктәптәре лайыҡ булды.
Белорет ҡалаһы буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең берҙән-бер еңеүсеһе итеп Белорет лицей-интернаты билдәләнде.
Урта махсус белем биреү усаҡтары командаларының уҙышында беренселекте - Белорет педагогия колледжының 1-се командаһы, II урынды - Белорет металлургия колледжының 1-се командаһы, III урынды педагогия колледжының 2-се командаһы яуланы.
Шулай уҡ командаларын алғы һыҙатҡа сығарған тәүге этаптың көслө еңел атлеттары - Вилдан Ҡәҙерғолов (Белорет лицей-интернаты), Семен Агеев (Олойылға мәктәбе), Айгиз Ҡаһарманов (Сермән мәктәбе), Рәсих Йәнгиров (Белорет металлургия колледжы) еңеүселәр пьедесталына күтәрелде.
Спортсылар менән йыл әйләнәһенә етди шөғөлләнгән, командаларын рухландырып-дәртләндереп торған алыштырғыһыҙ остаздар: Вадим Ғәзизов (Үҙән балалар йорто), Алһыу Хөсәйенова (Инйәрҙең 1-се мәктәбе), Денис Әхмәҙиев (Белорет педагогия колледжы) "Иң шәп тренер" исеменә лайыҡ тип табылды. Барлыҡ еңеүселәр спорт кәрәкяраҡтарынан торған бүләктәр, грамоталар алып һөйөндө.
Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың ҡаһарман рухын данлаған бай тәьҫоратлы күркәм сара яҡшы кәйеф, күңелле аралашыу-танышыуҙар, ихлас ҡотлауҙар менән тамам ҡылды.
Читайте нас: