Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2019, 11:27

Белореттар - беренсе!

Белорет спортсылары өсөн май байрамдары бик ҡыуаныслы һәм һөҙөмтәле үтте.

Ҡаланың 3-сө мәктәбендә спорт бейеүҙәре буйынса Хакимиәт башлығы кубогына Асыҡ Рәсәй традицион турниры уҙҙы. Лариса һәм Сергей Куликовтар ойошторған был турнир ҡалала быйыл ун өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Магнитогорск, Өфө, Белорет ҡалаларынан бөтәһе 353 спортсы ҡатнашты.
Хакимиәт кубогын яҡташтарыбыҙ - «Виктория» клубы спортсылары Розалина Мөхәмәтйәнова һәм Тимерйән Йыһаншин (тренерҙары Ирик Сиражетдинов) алып ҡыуанды.
Розалина менән Тимерйән Екатеринбург ҡалаһында уҙған спорт бейеүҙәре буйынса Рәсәй турнирынан да ҙур еңеү менән ҡайтты. Улар уңышлы сығыш яһап, I урын яуланы (һүрәттә).
Спортсыларыбыҙға «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала.
Читайте нас: