Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2019, 11:25

Биле ныҡтың - иле ныҡ

Абҙаҡ урта мәктәбендә ошо уҡ ауылдан сыҡҡан “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены кавалеры, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әмирхан Харисов иҫтәлегенә һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған билбаулы көрәш буйынса асыҡ турнир уҙҙы.

Унда Белорет ҡала лицей-интернаты, спорт мәктәбе, районыбыҙҙың Сермән, Шығай, Абҙаҡ, Әбйәлил районының Байым, Дәүләт, Үрге Әбдрәш ауылы мәктәптәренән 2003 йылғы һәм унан йәшерәк ҡыҙҙар, 2001 йылға тиклем тыуған үҫмерҙәр ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны яңғырағандан һуң, алып барыусы сараны асып:
“Ошо ерҙә бөгөн оло йыйын
- Батыр хөрмәтенә рух туйы.
Абҙаҡ халҡы данлап батырҙарын,
Бар халыҡты оло ҡорға йыйҙы”, - тигән шиғри юлдар менән сәләмләне.
Уҡыусыларҙың ялҡынлы “Байрам” бе-йеүенән һуң, егет-ҡыҙҙар Әмирхан Харисов иҫтәлегенә ярыш үткәреү өсөн майҙан булаһы ерҙе билдәләп, “Ер һыҙыу” йолаһын күрһәтте. Унан һуң һөбә тотоп ярыш батырҙарына бүләктәр йыйылды. Башҡорт милли кейемендәге инәйҙәр йыйындың шаулап-гөрләп, бәлә-ҡазаһыҙ үтеүен, кѳрәшселәр унан дәртләнеп ҡайтыуын теләп, һәр кем үҙ бүләген иң көслө, иң батыр, иң сос егет-ҡыҙға тип инселәне.
Унан һуң һүҙ мәктәп директоры Гөлшат Йомағужинаға бирелде. Ул ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, уны ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән “Недра-Потенциал” йәмғиәте директоры Илсур Дауытовҡа, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан бер-бер артлы саҡырылған ҡунаҡтар - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, Белорет муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Вера Бубнова, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, “Недра-Потенциал” йәмғиәте директоры Илсур Дауытов һәм ҡаланың спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Александр Таһиров сығыш яһап, киләсәктә йәш спортсыларға был сара Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге чемпионаттарҙа еңеүҙәр яулауға башланғыс булып тороуын, республикабыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫеп етеп, Тыуған илебеҙ өсөн тик изге эштәр генә атҡарыуҙарын теләне.
Артабан ярыштың төп өлөшө башланды. Майҙанға сығыусыларҙы класташтары, ата-әсәләре, туғандары дәртләндергән һәм ҡеүәтләгән тауыштар яңғырап торҙо, береһенән-береһе көслө, сәмле егетҡыҙҙар ярыш ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, тренерҙарының күрһәтмәләрен иҫтә тотоп, бар тырышлығын һалып ярышты.
Шулай итеп, егеттәр араһында 55 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында I урынды Ғаяз Шөғөров (Дәүләт), II урынды Даян Хәйруллин (Абҙаҡ) һәм III урынды Илһам Сәлихов (Дәүләт) менән Хәкимйән Ишаев (Әбдрәш) яулаһа, 80 килограмға тиклемгелә тәүге баҫҡысты Булат Абдрахманов (Абҙаҡ), икенсене Айсыуаҡ Билалов (ҡала лицей-интернаты), өсөнсөнө Айназ Дилмөхәмәтов (Сермән) менән Динислам Мәғәфүров (лицей-интернат) биләне.
Ҡыҙҙар араһында 32 килограмға тиклемге категорияла I урынға Азалия Абсадеева (Абҙаҡ), II урынға Сулпан Аҙнабаева (Абҙаҡ), III урынға Абҙаҡ мәктәбенән Нәйлә Хилалова һәм Регина Яласова сыҡты. 44 кг ауырлыҡта тәүге ике урынды Абҙаҡ мәктәбенән Индира Махиянова һәм Нәйлә Йомағужина бүлешһә, өсөнсө урынды Карина Мәғәфүрова (Абҙаҡ) һәм Элена Асмандьярова (Сермән) яуланы. Ярыш талабына ярашлы, 63 килограмға тиклемге төркөмдә I урынға Эльвина Ғәҙелшина (Абҙаҡ), II урынға Диләрә Фазылова (Әбдрәш), III урынға Алина Фазылова (Әбдрәш) менән Ләйсән Мәғәсүмова (ҡала лицей-интернаты) лайыҡ тип табылды.
Командалар араһында I урын Абҙаҡ мәктәбенә, II - ҡала лицей-интернатына, III - Үрге Әбдрәш мәктәбенә бирелде. Еңеүселәргә Грамоталар, миҙал, кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Фекерҙәрҙе гәзиттең 39-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: