Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июнь 2019, 19:10

Алда марафондар, еңеүҙәр

25 майҙа Стәрлетамаҡта Ҡала һәм химиктар көнөнә арналған ярыммарафон үтте. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған спорт ярышында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, студенттар, профессиональ спортсылар һәм спорт һөйөүселәр 300 метрға, 2, 10, 21 саҡрымға йүгерҙе.

Бына Ренат Мырҙабаев менән тағы ла ярыштабыҙ. Ә өсөнсө иптәшебеҙ - Сермән балалар йортоноң 2007 йылғы сығарылыш тәрбиәләнеүсеһе Айнур Бикмөхәмәтов. Айнур Ишембай нефть колледжын тамамлаған. Иркутск өлкәһендә артиллерия ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәгән егет ул. Әлеге көндә Салауатта “Газпромнефтихим” заводында эшләй. Спортты яратҡан егет туған заводы өсөн футбол да уйнай. Алыштырғыһыҙ ҡапҡасы ла, шәп йүгерә лә. Уға шылтыратыу менән, марафонда ҡатнашыуға ҡуш ҡуллап риза булды.
Көндөҙгө 12-лә 10 саҡрымға йүгереүсе - 47, 21 саҡрымға уҙышҡан 75 ярым марафонсы стартҡа баҫты. Мин 60-69 йәшлектәр араһында III урын алыуға өлгәштем. Ҡыуанысымды уртаҡлашырға Стәрлетамаҡта йәшәгән элекке тәрбиәләнеүсебеҙ Альбина Аҡсулпанова ла тормош иптәше, балалары менән килде. Матди ярҙам күрһәткәне өсөн балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүсеһе Салауат Арслановҡа рәхмәтле Ренат.
Ә май аҙағында Айгиз Ҡаһарманов Өфөлә үткән Республика Беренселегендә III урын яулап, 2 разряд нормативын үтәне. Ул тиҙҙән Рәсәй ярыштарында ҡатнашасаҡ.
Әле беҙ 8 июндә “Арский ташы”нда үтәсәк скандинав йөрөүе буйынса республика фестиваль-ярышына әҙерләнәбеҙ. Ә планда Өфө марафоны, Ҡыраҡа, Яланғас тауҙарына артылыуҙар...
Читайте нас: