Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июнь 2019, 19:59

Юбилейлы слет

Яңыраҡ биш көн дауамында Азапкин утары янында юбилейлы, 65-се туристик слет үтте. Слетта район-ҡала мәктәп һәм урта махсус белем биреү учреждениеларынан 27 команда ҡатнашты.

- Йыл һайын июндә районыбыҙҙа туристик слет үтә. Йылдан-йыл командаларҙың оҫталығы, слетта ҡатнашыусыларҙың тәжрибәһе арта барыуы күҙәтелә. Күптәрҙең берҙәм формала сығыш яһауы ҡыуандыра, сифатлы палаткалар һатып алынған. Әлбиттә, күп кенә ауыл мәктәптәренең был сараға килеү мөмкинлеге юҡ. Уларҙың 30 проценты ғына слетта ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Килмәүҙең сәбәбе, бәлки, балаларҙы ошондай сараларға әҙерләүселәрҙең етешмәүендәлер, - тигән фекерҙә Туризм үҙәге директоры Олег Ручушкин. - Был мәсьәлә тураһында мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева менән дә һөйләшкәйнек инде. Районыбыҙ урманлы, йылғалы, туристик яҡтан үҫешкән, шуға ла һәр мәктәптә махсус ойоштороусы булырға тейеш. Был педагогтар Туризм үҙәге менән дә хеҙмәттәшлек итер ине, туризм буйынса инструкторҙарға уҡытырға, тейешле документтар бирергә лә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа туристик слет спорт ярыштарына әүерелә бара. Беҙҙең төп эшмәкәрлек - был өлкәлә балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу, палатка ҡорорға, усаҡ яғырға, азимут буйынса ориентир итергә, йылға аша сығырға өйрәтеү. Быйыл юбилейлы слетҡа ҡаланың барлыҡ мәктәптәре лә килде. Үкенескә ҡаршы, Әүжән зонаһы слетта ҡатнашманы, Инйәр зонаһынан да бер генә мәктәп килде. Сермән, Тирлән, Ломовка, Шығай, Тимер юл мәктәптәре һәр ваҡыт ҡатнашып килә. Матди ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә айырым рәхмәт. Ошондай саралар үткәреүгә матди ярҙам күрһәтелгән төбәктәрҙең береһелер ул беҙҙең район. Слеттар кәрәк, был ҙур тәрбиәүи эш, балалар һәм ололар бер ғаилә булып йәшәй. Ялан шарттарында тормош-көнкүреш алып барырға өйрәнәләр, тиҫтерҙәре менән аралашалар. Ғөмүмән, ҙур тормош тәжрибәһе туплайҙар, - тип һүҙен тамамланы Олег Михайлович.
Бер команда ориентир буйынса дистанцияға әҙерләнһә, икенселәр уны ҡаяла үтте. Слетта ҡатнашыусылар визитка буйынса һынау тотто, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Һорауҙар Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды. Ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияларға уҙышты. Быйыл мәктәп уҡыусыларынан тыш, Белорет металлургия колледжы студенттары ла сарала ҡатнашты. Белорет коррекцион мәктәбе командаһы ла ярышҡа әҙерлекле килгән.
Тулы материалды гәзиттең 50-се һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: