Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июль 2019, 14:35

Халыҡ-ара балалар уйындарынан - 5 миҙал

Өфөлә 53-сө Йәйге Халыҡара балалар уйындары тамамланды. Уйындарҙа туғыҙ спорт төрө буйынса 88 наградалар комплекты уйнатылды. Республикабыҙ намыҫын Бөрө, Белорет, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Туймазы ҡалаларынан спортсылар яҡланы. Йәйге спорт уйындарында Өфө командаһы 8 алтын, 6 көмөш, 11 бронза, йәмғеһе 25 миҙал яулап, беренсе урынға сыҡты.

«Уйындың концепцияһы буйынса, миҙалдар иҫәбе һәм урындар буйынса йомғаҡ яһау ҡаралмаған. Иң мөһиме, балаларыбыҙҙың үҙара аралашыуы, - тип билдәләне 2019 йылғы

Халыҡ-ара балалар уйындарының баш судьяһы Андрей Кривошеев. - Әммә Өфөнөң беренсе урынға сығыуын хәбәр итергә шатмын».

Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары Ричард Смит Өфөлә уҙғарылған Уйындарҙы иҫ киткес тип атаны. Халыҡ-ара балалар уйындарында Белорет спортсылары ла уңышлы сығыш яһаны. Ике спорт төрө буйынса улар иҫәбендә 5 миҙал. Ике көн дауамында барған көсөргәнешле ярыштарҙа 30 илдән килгән тиҫтерҙәрен артта ҡалдырып, ҡаяға үрмәләү, грек-рим көрәше буйынса Белорет спортсылары финалға сыҡты.

Икенсе көндө иһә еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, ҡаяға тиҙлеккә үрмәләү буйынса Елена Коноплинаның тәрбиәселәре Степан Коробкин менән Ярослав Гарабурдо забегта өсөнсө урын өсөн көрәште. Һөҙөмтәлә, Степан етеҙерәк булып сыҡты һәм 12-15 йәшлектәр араһында бронза миҙал яуланы.

Белореттың йәш көрәшселәре үҙ категорияларында уңышлы сығыш яһаны. 48 килограмға тиклем ауырлыҡта Мөслим Ениев, 57 килограмға тиклем ауырлыҡта Алексей Орехов - көмөш миҙал, ә 44 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Альберт Фаязов, 68 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Семен Панов алтын миҙал яуланы.

«Ватан» этнопаркында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында Өфө Уйындарҙың флагын 2020 йылда ярышты ҡабул итәсәк Венгрияның Кечкемет ҡалаһына тапшырҙы.
Читайте нас: