Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Август 2019, 11:48

Донъя беренселегендә - беренселәр!

Үзбәкстандың Алмалыҡ ҡалаһында 15-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Донъя беренселеге үтте.

Ике көн дауамында барған мәртәбәле ярышта 24 илдән йыйылған егет һәм ҡыҙҙар бил һынашты. Рәсәй намыҫын Башҡортостандың Урал аръяғы спортсылары: Белорет ҡалаһынан Олимпия Махиянова (тренеры Айҙар Махиянов), Абҙаҡтан Эльвина Ғәҙелшина (тренеры Салауат Дауытов) һәм Учалынан Әлфинә Фәхретдинова (тренеры Александр Шумков) яҡланы.
Ярышта ҡатнашыу өсөн һайлап алыу турының беренсе өлөшө Шаран районында 5-7 апрелдә Республика беренселегендә үтте. Унда Олимпия менән Эльвина икеһе лә үҙ категорияларында I урын яулап, Һарытау ҡалаһында 25-27 апрелдә үткән Рәсәй беренселегенең һайлап алыу турына эләкте. Был бәйгелә икеһенә лә пъедесталдың икенсе баҫҡысына үрләү шатлығы тейҙе һәм улар Донъя беренселегенә саҡырыу алды. Ярышҡа әҙерлек ҡалабыҙҙың “Олимпия” спорт комплексында үтте. Уның директоры Айҙар Әнғәм улы тренерҙарға күнекмәләрҙе бында уҙғарыу теләген белдерҙе.
Мәртәбәле сараға барыуҙа финанс мәсьәләһен тренерҙар үҙҙәре хәл итте. Ә Абҙаҡ спортсыларына ауыл эргәһендәге “Потенциал Недра” карьеры директоры Илсур Дауытов бағыусылыҡ итте. Ғөмүмән, ул Абҙаҡта үткән төрлө спорт ярыштарында ҡиммәтле бүләктәр менән дә, аҡсалата ла һәр ваҡыт ярҙам итеп тора.
Һөҙөмтәлә Олимпия Махиянова 70 килограмғаса ауырлыҡ категорияһында - I, Эльвина Ғәҙелшина (63 килограмғаса) - I һәм Учалы ҡыҙы Әлфинә Фәхретдинова (57 килограм) - II урынды яуланы. Ҡыҙҙарға "Афарин" тибеҙ!
Ярыш тураһындағы фекерҙәре менән тренер Салауат Ғәзиз улы уртаҡлашты.
- Ҡыҙҙарҙы Донъя беренселегенә әҙерләүҙә тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Морис Йосоповтың, үҙ спорт комплексында күнекмәләрҙе үткәреүгә рөхсәт биргән Айҙар Әнғәм улының еңеү яулауыбыҙға өлөштәре ҙур булды. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа, балаларҙы спортҡа әйҙәгән, ниндәй генә ярыш үткәрәм тиһәң дә, һәр ваҡыт ҡуш ҡуллап риза булған Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужинаға, беҙҙең өсөн тырышып йөрөгән, уңыштарыбыҙға ҡыуанып, дәртләндереп торған ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиевкә, ҡаланың спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкинаға, Илсур Дауытовҡа уҡыусым менән икебеҙҙең исемдән ҙур рәхмәт белдерәм. Күнекмәләр барышында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова ла килеп киткәйне. Ул беҙгә Республика етәксеһенең ярыштан еңеү яулап ҡайтыуыбыҙҙы теләүен еткергәйне, теләктәре ҡабул булды. Әлбиттә, ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренә рәхмәт әйтмәйенсә булмай. Спорт менән мауығыуҙарына ҡаршы килмәй, уңыштарына һөйөнөп, ниндәй генә хәлдә лә дәртләндереп торалар. Үзбәкстан һынлы ергә ебәреү өсөн дә күпме сабырлыҡ, көс, йөрәк кәрәк бит. Учалы ҡыҙы, бүләкләү тантанаһы тамамланғандан һуң, башҡорт халҡының милли кейемен кейеүе, уның менән фотоға төшөргә теләүселәрҙе күреү һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, - тине ул. Был еңеү район өсөн оло мәртәбә. Республика ғына түгел, Рәсәй намыҫын Донъя беренселегендә лайыҡлы яҡлаған ҡыҙҙарға һәм тренерҙарына артабан да ҙур-ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: