Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Август 2019, 12:13

Мәктәпкә әҙерһегеҙме?

Кейем-һалым һатылған ниндәй генә магазинға йәки баҙарға барма, балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләгән ата-әсәләрҙе осратаһың. Эйе, әлеге ваҡытта мәктәп йәшендәге балалары булғандар өсөн мәшәҡәтле осор, йәнә финанс яғынан да күп кенә сығымдар талап ителә. Һәр кем, "юрғанына ҡарап", нисек тә балаһын тиңдәштәре араһында кәм-хур булып йөрөмәһен өсөн тырыша. Хаҡтары ла тешләшергә әҙер генә тора, кейемдән тыш, уҡыу-кәрәк яраҡтарын да алаһы бар. Биш, ун һумлыҡ ҡәләм, осһоҙ ғына күренгән дәфтәр тыштары һәм башҡа ваҡ-төйәктең барыһын да бергә йыйғас, апаруҡ ҡына сумма килеп сыға.

Әле ҡыҙҙар өсөн мәктәп формаһы алъяпҡысы хаҡы 100-400, күлдәктәре 1000-3000, блузка 500-1000 һум тирәһе, ә итәктәрҙе 400 һумдан алып табырға була. Малайҙар өсөн костюм комплекты 1 200-2 000 торһа, күлдәктәр 250-нән башлана. Биштәктәр 500- 2000, ҡәләм һауыты 100-480, 12 битле дәфтәр (шаҡмаҡ һәм буй) - 5, 48 битлеһе - 25-60, көндәлектәр 30-ҙан 450 һумғаса тора.
Күпселек ата-әсәләр бер баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 10 000 һум тирәһе аҡса сарыф итеүен белдерә. Танышым Гөлсинәнән улын I класҡа кейендереү күпмегә төшөүе тураһында ҡыҙыҡһындым.
- Мәктәп йәшендәге ике баланы ла Магнитогорск ҡалаһында кейендерҙем. Сөнки унда осһоҙға ла төшә, һайлап алыу мөмкинлеге лә күберәк. Беренсе класҡа барған улыма 400 һумға өс күлдәк, 800-әргә ике ҡара салбар, 150 һумға водолазка, 400-әргә ике жилет, 100-әр һумға ике галстук, ә кроссовки, алмаш аяҡ кейеме, туфли бөтәһе бергә 2 400, эске кейемдәр бергә 1 000 һумға яҡын булды. Спорт костюмы кәрәкмәй тинеләр, шунлыҡтан физкультура дәресе өсөн 99 һумлыҡ футболка һәм 350 һумлыҡ трико алдым. Алаһы әйберҙәрҙән әле костюм ҡалды, 2 000 тирәһенә иҫәп тотам. Уҡыу-кәрәк яраҡтары комплектын балалар баҡсаһынан сығарылыш кисәһендә бүләк иттеләр, беҙгә унда етмәгәндәрен генә алаһы бар.
Һәр яҡлап та аҡсаны экономияларға тырыштым. VIII класҡа барған ҡыҙыма аҡсаны әҙерәк сарыф иттем. Дөйөм алғанда, икәүһе өсөн 16 000 тирәһе аҡса китте, - тине ул.
Мәктәп баҙарҙары дауам итә. Ата-әсәләргә был осорҙа ярайһы ғына күп ваҡыт та табырға тура килә. Бынан тыш, балаларына оҡшаған әйберҙе һайлап, уртаҡ фекергә килергә кәрәк. Ни булһа ла, улар яңы уҡыу йылына яңы кейем, ап-аҡ дәфтәрҙәр һалынған биштәктәрен күтәреп, дәртләнеп мәктәп тупһаһын ашатлаһын!
Читайте нас: