Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Август 2019, 12:07

Тәбиғәт менән бер тулҡында 30 йыл!

Йәш натуралистар станцияһы “Осетров быуаһы” ял йорто базаһында 30 йыллыҡ юбилейын бик мауыҡтырғыс сәйәхәт менән билдәләне. “Экомир” флагы аҫтындағы ҙур карапҡа Йәш натуралистар станцияһының тоғро капитаны Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина менән уның уң ҡулы булған боцман Айгөл Тимербай ҡыҙы Әхмәҙина етәкселек итһә, моряк формаһындағы өҫтәмә белем биреү педагогтары уларға һәр яҡлап ярҙам итте. Был ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәттә Өфөнән, Магнитогорскиҙан, Силәбенән, Санкт-Петербургтан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар, остаздар, төрлө йылдарҙа шөғөлләнгән натуралистар, экологтар, мәғариф һәм ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

30 йыл эсендә ниндәй генә асыштар, артылыштар, еңеүҙәр булмаған… Тап ошо осорҙағы тарих биттәрен сағылдырған “Умырзая” гәзите һәр кемдең компасына әүерелде. Ғөмүмән, станция хеҙмәткәрҙәре юбилейға шул тиклем ентекле әҙерләнгән - карапта бер кемгә лә күңелһеҙ булманы.
Төрлө йылдарҙа ошонда тәрбиәләнеп сыҡҡан ҡыҙ һәм егеттәрҙең уй-фекерҙәрен, теләктәрен уҡығандан һуң был учреждениела тәбиғәтте һаҡлауға ғына түгел, ә тормош һабаҡтары, йәшәйешкә дөрөҫ йүнәлеш биреүсе иң мөһим мәктәп икәнлегенә төшөнәһең. Күптәрҙең фекеренсә, күҙгә-күҙ аралашып, дуҫлыҡтың, изгелектең һәм матурлыҡтың, рухи ҡиммәттәрҙең айышына төшөнәһең һәм улар менән гармонияла йәшәргә өйрәнәһең.
Йәш натуралистар станцияһында төрлө йылдарҙа эшләп, шөғөлләнеп киткән, хәҙер инде юғары урындарҙа хеҙмәт иткән, юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың, фән кандидаттарының рәхмәт һүҙҙәре, видеоклиптарынан һуң Нәсимә Шәриф ҡыҙы етәкселегендәге коллективҡа көнләшергә генә ҡала. Улар үҙ һөнәрҙәренең оҫталары ғына түгел, психологтар, философтар, табиптар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә икән. Станция етәксеһе һәр береһенең хеҙмәтенә тейешле баһа биреп, Почет грамоталары тапшырҙы.
Эйе, 1989 йылдың 18 сентябрендә бәләкәй генә юннат карабы хәҙер инде үҙ бортына йыл да 700-ҙән артыҡ йәш натуралисты һәм 12 өҫтәмә белем биреү педагогтарын һыйҙырған ҙур лайнерға әүерелгән. Ул биология, экология, химия, география кеүек фәндәр юлы буйлап йәш йөрәктәргә икһеҙ-сикһеҙ тыуған яҡ матурлығын һәм байлығын асырға, өйрәнергә, тәбиғәтте һаҡларға һәм яҡларға ярҙам итә.
Айгөл Әхмәҙинаның, Ольга Кузнецованың, Динара Хужаеваның, Валентина Антонованың, Гөлкәй Ниғмәтуллинаның, Ирина Нәсимованың тәрбиәләнеүселәре йыл да район һәм республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Ә бында 5 йыл эшләп киткән Гүзәл Шәйәхмәтова “Йыл уҡытыусыһы - 2012” республика конкурсы призеры булды. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Любовь Баукинаның фиҙаҡәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Йәш натуралистар станцияһының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә ҙур йоғонто яһаған етәкселәр, педагогтар: элекке мәғариф бүлеге мөдире Валентина Чернышевич, Шығай мәктәбендә экологик һуҡмаҡ булдырған Мөхәмәт Түлебаев, Зоя Белова, Наталья Жирнова иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм йылы теләктәрен еткерҙе.
Ҡасандыр Белоретта эшләп һәм йәшәп киткән ғалимә - географ, энциклопедист, журналист, фән һәм техник өлкәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты “Башҡорт энциклопедияһы” фәнни нәшриәтенең генераль директор урынбаҫары Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллина видеоҡотлау һәм бүләккә экшен камера ебәргән. Ул да корабль һандығына күп еңеүҙәр индергән кеше.
Республика балалар экологик-биологик үҙәгенән Ирина Зайцева менән Әлфиә Минһажева, Белорет территориаль экология комитетынан Людмила Маркина, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Людмила Шалаева, Туризм үҙәге директоры Олег Ручушкин, Көньяҡ Урал ҡурсаулығынан Фәймә Әхмәтова, Абҙаҡ мәктәбенән Гөлшат Йомағужина һәм башҡалар юннаттарҙы юбилей менән ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙылар. Әйткәндәй, йәш натуралистар станцияһы йыл һайын төрлө учреждениелар менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Мәҫәлән, Абҙаҡ мәктәбе базаһында мәктәп урмансылығы эшләп килһә, быйылдан улар ҡортсолоҡ буйынса үҫешә башлағандар. Ноябрҙә абҙаҡтар республикала үтәсәк “JuniorSkills” конкурсында район намыҫын яҡлаясаҡ. Ғөмүмән, юбилей сараһында сығыш яһаусыларҙың иҫәбе-һаны булманы. Карап йыр, шиғыр, иҫтәлектәр тулҡындарында оҙаҡ ҡына йөҙҙө лә йөҙҙө.
Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтар күңел асыу уйындарында ҡатнашты, усаҡ тирәләй йырҙар башҡарҙылар, ә икенсе көндә уҡыутәжрибә үткәреү участкаһына һәм станцияның бинаһы һәм биләмәһе буйлап экскурсия яһанылар. Был сәйәхәт Бәләкәй Ҡурташҡа менеү, күмәкләп фотоға төшөү, төрлө быуын вәкилдәренә киләсәккә яҡты уй-ниәттәр менән атларға ҙур импульс һәм илһам бирҙе.
Читайте нас: