Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2019, 16:44

Бил бирмәҫ көрәшселәр үҫһен

Октябрьский биҫтәһендә ҡалҡып сыҡҡан “Олимпия” физкультура-һауыҡтырыу комплексы күптәрҙең иғтибарын үҙенә тарта. Яңы төҙөлгән бина булараҡ ҡына түгел, ә төрлө йәштәге балаларҙың шат тауышынан, уларҙың йәйге осорҙа майҙансыҡта музыка аҫтында күнегеүҙәр эшләүенән, шул уҡ ваҡытта техника, эшселәрҙең ошо тирәне төҙөкләндереүенән гөр килә ул.

Был спорт комплексын район-ҡалала билдәле тренер, йәмәғәтсе, эшҡыуар Айҙар Махиянов төҙөттө.

- Комплексты төҙөү тарихы былай булды, - тип һөйләй комплекстың директоры Айҙар Әнғәм улы. - Балаларҙы төрлө көрәш ысулдарына өйрәтеү өсөн урын юҡ. Әле бер мәктәп залында, әле икенсеһендә шөғөлләнәбеҙ. Был тренерҙарҙың да, балаларҙың да күңелен төшөрә. Шунан бина һорап, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Поляковҡа барҙыҡ. Ул беҙгә Октябрьский биҫтәһендә ер тәҡдим итте. Иң алда аптырап ҡалдыҡ, уны төҙөргә аҡса кәрәк, тәҡдим ителгән урын да йыраҡ һәм уңайһыҙ тойолдо. Килеп ҡараныҡ та оҡшаттыҡ. Был 2016 йылда булды. Ҡурҡып ҡына башлап ебәргән төҙөлөш аҡрынлап үҫте. Төҙөлөштө тамамларға аҡса етмәй бит. Рәсәй Президенты фонды грантына конкурста ҡатнашырға булып киттек. 2018 йылда грант алыуға өлгәштек. Был беҙҙең тәүге еңеү булды. Грант аҡсаһына тренажерҙар һәм башҡа спорт ҡорамалдары һатып алдыҡ. Тренажерҙар үҙебеҙҙең Сермәндә урынлашҡан “Урал” спорт инвентарҙары заводыныҡы. Бик сифатлы һәм яҡшы ҡорамалдар.

Спорт комплексына “Олимпия” тип исем ҡуштыҡ. Был ҡыҙымдың исеме. Ул көрәш буйынса күп еңеүҙәр яулаған тырыш ҡыҙ, көрәшсе. Йәйен Үзбәкстанда үткәрелгән халыҡ-ара ярышында беренсе урын яулап, алтын миҙалға лайыҡ булды. Беҙ уға бик ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Спорт комплексы барыһы өсөн дә асыҡ. Бында төрлө ярыштар үткәреләсәк. Уҡыуҙан һуң урамда нимә эшләргә белмәй йөрөгән балалар беҙҙең комплекста тхэквандо, грек-рим, билбау көрәше, ғѳмүмән, спорт менән шөғөлләнә ала.

“Олимпия” комплексында әлеге ваҡытта 20-нән ашыу бала йөрөй. Уларҙың тренерҙары ҙур еңеүҙәр яулаған спорт мастерҙары, халыҡара спорт мастеры. Тренерҙар балаларҙы көрәш алымдарынан тыш, көслө рухлы булырға, сыҙамлыҡҡа, тырышлыҡҡа өйрәтә. Көрәш менән шөғөлләнгән балалар көн һайын күнегеүҙәр яһарға, ихтыяр көсөн үҫтерергә, сынығырға, ялҡауланмаҫҡа тейеш, шунһыҙ еңеү тәтемәйәсәген улар яҡшы белә.

“Олимпия” спорт комплексының беренсе ҡатында көрәш залы, спорт ҡорамалдары, сисенеү бүлмәһе, буфет урынлашҡан. Унда 8 йәштән 18 йәшкә тиклем малай һәм ҡыҙҙар көрәш алымдарына өйрәнә. Икенсе ҡатында гимнастика, бейеү, фитнес менән шөғөлләнергә мөмкин. Унда инде балалары менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йөрөй.

Ошо көндәрҙә рәсми рәүештә асылған “Олимпия” комплексы Иҙел башы көрәшселәрен тәрбиәләүсе, үҫтереүсе үҙәк булыр тип ышанабыҙ. Әле лә спортсыларҙың республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа матур уңыштары, ҙур еңеүҙәре бар. “Олимпия”ла бил бирмәҫ башҡорт көрәшселәре үҫеп сығарына ышанысыбыҙ ҙур.


Читайте нас: