Көнъяҡ Уралдың 1008 метрлыҡ бейеклектәге иң матур һырттарының береһе Ҡыраҡа һыртына Рәсәйҙең 10 төбәгенән (Башҡортостандан тыш Силәбе, Свердловск, Ырымбур һәм Мурманск өлкәләре, Пермь крайы, Удмуртия, Татарстан, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан) йүгеректәр йыйылды. Ә Кипрҙан килгән спортсы ярышҡа халыҡ-ара статусы бирҙе.
Беҙҙең райондан Белорет, Сермән, Шығай, Үткәл, Үҙәнбаш йүгеректәре көс һынашты. Спортсыларҙың күбеһе ғаиләләре, балалары менән ҡатнашты. Шуныһы ҡауаныслы, ғаилә йүгереүендә белореттар Анжелика һәм Андрей Мельниковтар беренсе булһа, ә уҡыусылар араһында Шығайҙан Илсен Нурмөхәмәтов иң яҡшыһы тип танылды.
- Мин бындай ярыштарҙа дүртенсе тапҡыр ҡатнашам, - ти Сермән ауылынан Ренат Мырҙабаев. - Башҡаларға ла ҡатнашырға һәм сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итәм. Был сараны, традиция буйынса, Магнитогорск спортсылары ойоштора, ә Шығай ауыл хакимиәте уларға ярҙам итергә тырыша. Әйткәндәй, Kraka race - Белорет районында үткәрелгән беренсе тау уҙышы. Сентябрь башында йүгеректәр Ҡыраҡа һырттары буйлап ярышһа, ай аҙағында 46 саҡрымлыҡ алыҫлыҡтағы Ирәмәл тауына тиклем йүгереп көс һынашасаҡ.