Белорет ҡыҙҙары был юлы ла һынатманы. Белореттан Олимпия Махиянова һәм Абҙаҡтан Эльвина Ғәҙелшина республика йыйылма командаһы составында Башҡортостан намыҫын яҡланы. Спортсылар үҙ ауырлыҡ категорияларында уңышлы сығыш яһап, I урын яуланы.
Дөйөм алғанда, Бөтә Рәсәй спорт фестивалендә һуғыш сәнғәтенең 22 төрө тәҡдим ителде һәм улар Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығында аккредитация үтте. Улар араһында - киокусинкай, вьет во дао, тхэквондо, спорт (грэпплинг), ҡул, билбау, армия ҡул, комплекслы көрәштәр, таи боксы, кикбоксинг, сито-рю, сетокан, кендо, капойэра, ушу, айкидо, сумо, джиу-джитсу, самбо, көрәш, каратэ, мас-рестлинг бар. Уйындарҙа 10 йәштән 18-гә тиклем меңгә яҡын көрәшсе ҡатнашты. Ҡыҙҙар мас-рестлингта ла көстәрен һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә Эльвина - II, ә Олимпия III урын алды.